Ниндәй мәсьәлә борсой — мөрәжәғәт итегеҙ!07.12.2011
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары вәкилдәре граждандарҙы ҡабул итә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт; (347) 251-77-91 телефоны буйынса шылтыратып, мөрәжәғәт итергә мөмкин).
7 декабрҙә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостандың баш дәүләт санитария табибы урынбаҫары Жеребцов Александр Сергеевич;
8 декабрҙә сәғәт көндөҙгө 2-нән 4-кә тиклем — Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан идаралығының һалым түләүселәр менән эш итеү бүлеге начальнигы Мөсабирова Елена Суфияр ҡыҙы;
9 декабрҙә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Скоробогатова Милана Марат ҡыҙы;
13 декабрҙә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының оператив-эҙләү эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Авдеев Андрей Николаевич;
14 декабрҙә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәхретдинова Ригина Фәһим ҡыҙы;
15 декабрҙә сәғәт көндөҙгө 2-нән 4-кә тиклем — Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Гребенников Владимир Сергеевич;
16 декабрҙә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Алчинов Александр Васильевич;
19 декабрҙә сәғәт көндөҙгө 2-нән 4-кә тиклем — Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Ҡәйүмов Рим Фидай улы;
20 декабрҙә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — Миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының коррупцияға ҡаршы тороу һәм хеҙмәт тикшереүҙәре үткәреү бүлегенең айырым йөкләмәләр буйынса өлкән инспекторы Ожиганова Ирина Алексеевна;
21 декабрҙә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығы начальнигы урынбаҫары Йәнтүрин Салауат Дияс улы;
22 декабрҙә сәғәт көндөҙгө 2-нән 4-кә тиклем — Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Байғусҡаров Зариф Закир улы.


Вернуться назад