1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Урман хужалығы министрлығы ошо район хакимиәте менән берлектә беренсе тапҡыр Урман форумы үткәрәсәк.
Сара урманды дөрөҫ файҙаланыуға, “йәшел иҡтисад” тигән төшөнсәне кеше аңының тейешенсә ҡабул ителеүенә үҙ өлөшөн индереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Уның бурысы – башҡарма власть, эшҡыуарлыҡ һәм йәмәғәтселек көсө менән республиканың урман сәнәғәтен тотороҡло үҫтереүҙе мөмкин тиклем йоғонтолораҡ дауам итеү.
Форумда 300-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән – Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, 22 муниципаль райондың хакимиәт башлыҡтары, урман комплексы предприятиелары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Бындағы “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә урман тармағына дәүләт ярҙамы саралары, халыҡты ағас менән тәьмин итеү һәм башҡа проблемаларҙың тикшерелеүе көтөлә.