Марттың тәүге ун көнөндә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы “Бурыслы” профилактика сараһын үткәрә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы туҡтатып, мәғлүмәттәр базаһы аша уларҙың штрафы барлығын тикшерәсәк.
“Түләмәгәндәргә административ яза ҡаралған. 15 тәүлеккә тиклем һаҡ аҫтына алыныуҙары ла бар, – тинеләр ведомствола. – Йыл башынан 2000 водитель яуаплылыҡҡа тарттырылған, улар закон менән ҡаралған 60 көн эсендә штраф түләмәгән”.
Түләнмәгән штрафтарығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте gosuslugi.ru. сайтында ҡарай алаһығыҙ.