Нефтекама табиптары халыҡ сәләмәтлеген тикшереүҙең уңайлы юлын тапҡан.
Бер кемгә лә сер түгел, халыҡтың күпселек өлөшө даими рәүештә табиптарға күренеүҙе, сәләмәтлеген тикшертеп тороуҙы ауыр мәшәҡәт күрә. Кемдер ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана, икенселәр сиратта торорға яратмай... Һөҙөмтәлә, сире тамам аҙғас, хәлдән тайғас ҡына, табипҡа ярҙам һорап килгәндәр һаны арта.
Нефтекама ҡала дауаханаһының баш табибы Альбина Кузнецова әйтеүенсә, медицина учреждениеһы үткәргән статистик тикшереү һөҙөмтәләре уйланырға мәжбүр итә: баҡтиһәң, ҡала халҡының 49 проценты йылдар буйына дауаханаға мөрәжәғәт итмәй икән. Уларҙың күбеһен эшләгән кешеләр тәшкил итә. Ә бит тотош ил күләмендә тап ана шул хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр араһында үлем күрһәткесе юғары. Табиптар әйтеүенсә, йылына бер тапҡыр булһа ла табипҡа күренеп тороу ғәҙәте булһа, бәлки, был үлемдәрҙе кисектереп булыр ине. Әлбиттә, ошондай шарттарҙа ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау мөмкинлеге сикләнә. Шуны иҫәпкә алып, онкологик патологияларҙы иртә асыҡлау маҡсатында Нефтекама дауаханаһында махсус программа булдырылған һәм онкорейдтар ойоштороп, табиптар үҙҙәре эшселәр янына йөрөй башлаған.
– Беҙ был сараны “онкорейд” тип атаныҡ. Тикшереү барышында кешенән бер нисә төрлө анализ алына. Ауырыуҙы ни тиклем алдараҡ асыҡлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ, дауаланыу иртә башланһа, сирлеләрҙең 85 процентын сирҙән арындырып була. Ә яман шеш, белеүебеҙсә, үҙен тәүге стадияларҙа һиҙҙермәй, шуға ла ауырыуҙар дауаханаға мөрәжәғәт итмәй, шул сәбәпле ауырыуҙар файҙаһына булған ҡәҙерле ваҡыт юғала. Аҙаҡ инде һуң булыуы бар, – ти баш табип Альбина Кузнецова.
Анализдар сир барлығына ишара яһаһа, пациентҡа киңерәк тикшереү тәғәйенләнә, ул УЗИ, маммография үтеүгә оҙатыла. Был тикшереүҙәрҙең барыһы ла бушлай эшләнә.
Әйтергә кәрәк, Нефтекаманың ойошма һәм предприятие коллективтары онкорейдтарҙы бик риза булып ҡабул итә. Беренсенән, тикшереүҙәр хеҙмәт урынында үткәрелә, эшселәр етәкселектән һорап китмәй, икенсенән, шунда уҡ улар киң медицина тикшереүе лә үтә ала. Табиптар, исемлекте алдан алып, документтарҙы әҙерләп алып килә, был ваҡытты дөрөҫ бүлеү, күберәк кешене ҡабул итеү мөмкинлеген киңәйтә.
Ҡаланың “Искож”, “НКМЗ”, “Нефтекамскводоканал”, “Үҙәк баҙар” кеүек ойошмалары беренселәрҙән булып онкорейдты ҡабул иткән. Уларҙа меңәрләгән кеше тикшерелгән.
– Хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә медицина тикшереүе үткән йәки үҙҙәрендә табип йәки шәфҡәт туташы булған ойошмаларҙа хәлдәр сағыштырмаса яҡшы. Ә бына ҡайһы бер предприятиеларҙа йылдар буйына табипҡа күренмәгән кешеләр бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асыҡланған сир осраҡтарының күбеһе шундай ойошмаларға тура килә, – ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.
Бындай рейдтар уҙған йылдың сентябренән генә үткәрелә башлаһа ла, бөгөнгәсә 7500 кеше тикшереү үткән, шуларҙың 65 проценты – сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре. Һөҙөмтәлә биш кешелә рак сире асыҡланған, 252 хеҙмәткәрҙә сир хәүефе табылып, артабан тикшерелеүгә йүнәлтелгән.
Дауахана хеҙмәткәрҙәре был эште киләсәктә лә дауам итеүҙе планлаштыра. Бының өсөн ойошма һәм предприятие етәкселәре менән уртаҡ тел табыу, хеҙмәткәрҙәрҙең тикшереү үтеүгә риза булыуы мотлаҡ. Табиптар эш биреүселәрҙең, етәкселәрҙең был башланғысты яҡлауына, аңлы ҡарашына иҫәп тота.
Әдип Арыҫланов – Нефтекама ҡала дауаханаһының онкология бүлеге мөдире, муниципаль-ара онкология үҙәге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм атҡаҙанған табибы. 2017 йылда ул республиканың “Иң яҡшы онкологы” тип таныла.
Әдип Ғаяз улы – ғүмеренең өс тиҫтә йылын медицинаның ошо ҡатмарлы өлкәһенә арнаған тәжрибәле табип. Нефтекама ҡала дауаханаһы базаһында булдырылған муниципаль-ара онкология үҙәге етәксеһе булараҡ, Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле райондары, Яңауыл, Ағиҙел ҡалалары халҡына ла консультатив ярҙам күрһәтә.
– Бер кемгә лә сер түгел, яман шеш – бөгөн иң ҡурҡыныс һәм киң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Бөтә донъяла рак диагнозы ҡуйылған, был сирҙән вафат булған кешеләрҙең һаны арта бара. Беҙ ойошторған “онкорейд”тарҙың төп маҡсаты – яман шеште башланғыс стадияһында, йәғни мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, мөмкин тиклем күберәк кешене әлеге афәттән аралап ҡалыу. Әммә шуны билдәләгем килә: был ауырыуға ҡаршы көрәштә табиптарҙың ғына тырышлығы аҙ, кеше үҙе лә сәләмәтлегенә һаҡсыл, уяу мөнәсәбәттә булырға тейеш, – ти тәжрибәле онколог Әдип Ғаяз улы.