Көтөп алынған ҡунаҡ07.06.2012
Көтөп алынған ҡунаҡҒәбиҙә Ғирфатова почта хеҙмәтендә 23 йылдан ашыу эшләй. Ҡасандыр Нуриман яҡтарынан килен булып төшкән ҡатын тап ошо вазифаны һайлауына һис үкенмәй.

— Эшемде һәр саҡ яратып башҡарҙым. Ауылдаштарымдың һине ҡәҙерле ҡунаҡтай көтөп алыуы, әллә нисәмә мең саҡрымда ятҡан туғандарҙы хат юлдары аша булһа ла "осраштырыу", халыҡҡа һуңғы яңылыҡтарҙы еткереү ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәтемде еңеләйтә, күңелгә дәрт өҫтәй. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа хат ташыусының сумкаһы йоҡарҙы. Әммә был һис кенә лә халыҡ гәзит-журнал уҡымай тигәнде аңлатмай. Уҡыйҙар, ҡыҙыҡһыналар, яҙҙыралар, — ти Ғәбиҙә ханым.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн ябай халыҡтың почта тармағына мөнәсәбәте, йомшаҡ итеп әйткәндә, бер яҡлы ғына түгел. Харап икән, почта! Өс гәзит тә ике хат! Әммә барыһы ла шулай ябай ғына булһа икән. Ҡулайлаштырыу, эш урындарын ҡыҫҡартыу, почтаны гәзит-журнал таратыуҙан да бигерәк алыпһатарлыҡ тармағына яҡынайтыу эҙһеҙ үтмәне. Һөҙөмтәлә бөгөн хат ташыусы гәзит-журналын да, пенсияһын да таратырға, ваҡытлы матбуғат сараларына ла яҙҙырырға, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрен дә ҡабул итергә, тауарын да һатып өлгөрөргә тейеш. Был йәһәттән Ғәбиҙә Ғирфатова ише үҙ эшен яратып башҡарған, ошо тармаҡҡа бөтә ғүмерен бағышлағандар һис кенә лә ғәйепле түгел. Система шулай. Ниндәй хат ташыусы 500-ҙән ашыу хужалыҡ иҫәпләнгән ауылды яңғыҙы хеҙмәтләндерергә теләһен? Ә бит бар ундай миҫалдар. Бер хат ташыусыға ике-өс ауыл тура килгән осраҡтар ҙа етерлек. Тик әллә күпме саҡрымды үтеп, алһыҙ-ялһыҙ тиерлек килеп еткән ҡунаҡтың был осраҡта "ҡәҙере" ҡаламы икән?..
Көтөп алынған ҡунаҡШуға Архангел яҡтарына юл төшкәс, урындағы почта хеҙмәтенең эшмәкәрлеге менән дә танышып сыҡмаҡ булдыҡ. Ҡулайлаштырыу касафаты бында ла килеп еткән. Райондың почта бүлексәһе күрше Ҡырмыҫҡалы районы менән берләштерелгән. Шуға гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса ла, подписка һөҙөмтәләре хыҡында ла аныҡ ҡына мәғлүмәт ала алманыҡ.
— Бүлексә өс ауылды хеҙмәтләндерә. Төп көс алты хат ташыусыбыҙға — Татьяна Авдеева, Люция Голубева, Наталья Алексеева, Ғәбиҙә Ғирфатова, Светлана Кәримова һәм Анна Яҡшымбаеваға — төшә. Дөйөм алғанда, эштәр көйлө бара. Ҡыҙҙарҙың әүҙемлеге, тырышлығы менән гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда планды арттырып үтәйбеҙ, ваҡытлы матбуғат саралары ла халыҡҡа ваҡытында таратыла, — тине элемтә бүлексәһе начальнигы Татьяна Рыжикова, хеҙмәткәрҙәре менән таныштырып.
— Һуңғы ваҡытта хат ташыусыларҙың бурыстары артты. Бындай талаптар икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй торғандыр, — тим хат ташыусыларға.
— Талаптар ҙа, бурыстар ҙа етерлек. Улары беҙҙән тормай. Уның ҡарауы, эш шарттары яҡшырҙы. Халыҡты хеҙмәтләндереү кимәле, мәғлүмәттең башлыса электрон вариантта тупланыуы хеҙмәтебеҙҙе еңеләйтте, — ти улар.
— Ә халыҡ гәзит уҡыймы?
— Уҡый. Әлбиттә, конкуренция көслө. Һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Шуға кешеләр уҡымлыраҡ, йөкмәткелерәк баҫмаларға өҫтөнлөк бирә.
Редакция — Почта — Уҡыусы. Беҙ элек-электән элемтә хеҙмәтенең төп асылын ошо сылбырҙа күреп өйрәнгәнбеҙ. Нисектер өҙөлмәҫ теҙмә кеүек тойола ине ул ваҡытында. Бөгөн иһә, күреүебеҙсә, почта башҡа сылбырҙарҙы ла ныҡлы бәйләп торған тармаҡҡа әүерелә бара. Заман башҡа, заң башҡа тигәндәре шулдыр, күрәһең. Әммә асылда хат ташыусылар, ниндәй генә осорҙа йәшәһәк тә, төп терәгебеҙ, ышанысыбыҙ булып ҡала. Рәхмәт уларға!
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
Архангел районы.


Вернуться назад