Һан артынан ҡыуып, cифатты онотмайыҡ27.02.2019

Бөгөн 26 меңдән ашыу подъезға ремонт талап ителә.

Таныш инәй Затон биҫтәһенең Әхмәтов урамындағы 316-сы йортта йәшәй. Өлкән кеше булғанлыҡтан, әле дарыуҙар, әле башҡа төрлө кәрәк-яраҡ йомошон йыш үтәргә тура килә. Бында килгән һайын үҙемде ниндәйҙер йортҡа түгел, ә ташландыҡ бинаға килеп эләккән кеүек хис-тойғо кисерәм.

Йорт тыштан күркәм генә тойолһа ла, подъезд бөтөнләй ҡурҡыныс хәлдә. Беренсе ҡатта уҡ ярыҡ тәҙрәләр, бетон иҙән бысраҡ. Лампочка ҡуйып та өлгөрмәйҙәр – йә ваталар, йә кемдер алып китә.

Был юлы йәйәү менергә булдым һәм бындағы күренешкә хайран ҡалдым. Стеналағы, яндауырҙағы буяуҙар ҡубып бөткән. Лифт иһә ҡурҡыныс хәлдә. Икенсе ҡаттағы почта йәшниктәренең төҙөктәре самалы ғына – берәүҙәре ҡайырылған, икенселәре йәмшәйгән. Күтәрмәгә тәмәке төпсөктәре өйөлгән. Тирә-яҡҡа таралған әсе төтөн кейемгә һеңә, тамаҡҡа ултыра. Бер мөйөштә шприц ята, өсөнсө ҡатта 16 – 17 йәшлек үҫмерҙәр һыра һемерә... Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағында төҙөлгән ҡупшы йорттоң подъезы бына ошондай хәлгә килгән.

Үкенескә ҡаршы, республикабыҙҙа бындай йорттарҙы аҙым һайын тигән­дәй осратырға мөмкин. Бәғзеләрен хатта берәҙәктәр төйәк итеп алған, икенселәренең фатирҙа тотҡан бесәйҙәре шунда сығып хәжәтен үтәй. Ә бит һәр беребеҙҙең сәләмәтлеге, кәйефе, хәүефһеҙлеге йәшәгән йорттарыбыҙҙың күркәмлегенә, төҙөк­лөгөнә бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Тап шуға ла республика Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге айҙарында уҡ ошо мәсьәләне күтәрҙе һәм үҙе шәхсән бер нисә йорттоң аподъезында булып, уларҙың торошон ҡараны, унда йәшәүселәр менән әңгәмәләште.

– Был үтә мөһим мәсьәлә, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ ҙур прог­рам­ма башлайбыҙ. Ул күләме, ҙур­лығы һәм яңыса ҡарашыбыҙ буйынса ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкә­һендә үҙе бер революцияға тиң. Ошоғаса подъездарға бер ваҡытта ла иғтибар бирмәнек, был тиклем төҙөкләндереү эше менән шөғөл­ләнмәнек.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Кирәев белдере­үенсә, бөгөн 26 меңдән ашыу подъезға ремонт талап ителә. Республикала бөтәһе 17 меңдән ашыу өйҙә 48,8 мең подъезд иҫәпләнә. 2019 – 2024 йылдарҙа уларҙы матурлау өсөн алты миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк.

Быйыл подъездарҙы төҙөкләнде­реүгә миллиард һум аҡса бүленәсәк. Шуның 880 миллионы – республика ҡаҙнаһынан, 100 миллионы – муниципаль берәмектәрҙән, ә 20 миллионы идарасы ойошмалар һәм йорт милекселәренең сығымы булырға тейеш. Ошо суммаға дүрт мең подъезды ремонтлау күҙаллана. Комплекслы сара иҙән плитәләрен яңыларына алмаштырыу, стена­ларҙы һәм түшәмдәрҙе буяу, почта йәшниктәрен, яҡтыртыу приборҙа­рын, тәҙрәләрҙе, ҡыйыҡтарҙың ишеген, сүп-сар торбаларының ҡапҡас­тарын яңыртыу, талап ителгән урындарҙа видеокүҙәтеү ҡуйыу, кабель телевидениеһы һәм интернет өсөн һуҙылған сым ҡумталарын алмаштырыуҙы үҙ эсенә ала.

Программа ҡабул ителде. Ә эштәр нисек бара һуң? Ошо йәһәттән төбәк Башлығы сираттағы кәңәшмәлә үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. Мәҫәлән, күп йорттарҙа әле һаман йыйылыштар үтмәгән, бәғзе етәк­селәр подъездарҙың ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына ла килтермәй.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Кирәевтең сығышын тыңлағас, муниципалитет башлыҡта­рына был юҫыҡта эште тиҙләтергә, уларға подъездарҙың торошо менән шәхсән танышырға ҡушты.

– Мин бер нисә муниципалитет етәксеһе менән һөйләштем. Улар подъездарға йөрөмәүен таныны. Эштең айышына төшөнмәй тороп, нисек уға идара итергә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. Тап шуға ла Радий Фәрит улы эксперт идаралы­ғына Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалала­рына сығып, хәлде аныҡлау бурысын ҡуйҙы.


Төбәк башлығы 1 мартҡа тиклем подъездарҙа йорт милекселәре ҡатнашлығында йыйылышты тамамлау бурысын ҡуйҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: нимә эшләргә, нимәне яңыртырға кәрәклеген йортта йәшә­гән­дәр үҙҙәре билдәләй. Хатта һуңынан башҡарылған эште улар үҙҙәре тикшереп, ҡабул итергә тейеш.

Быйыл сараны 15 апрелдә башлап, 1 ноябргә тиклем теүәлләү бурысы ҡуйыла.

– Программаға бөтә йорттарҙың да инеү-инмәүен тикшерергә кәрәк, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. – Иң тәүҙә керергә лә ҡурҡыныс булған йорттар ҡаралырға тейеш. Һеҙҙән аныҡ даталар менән юл картаһы көтәм. Тәүгеһе башлыҡтарҙың ниндәй көндә йәшәүселәр менән йыйылыш үткәреүе булһа, икенсеһе – конкурс процедуралары. Ахырҙа буяусылар­ҙың ҡасан подъезға инеп, ҡасан иҙәндәрҙе йыуып сығыуы хаҡында ла яуап алғы килә. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы подъезға конкурс үткәрегеҙ. Йыйылыштар исем өсөн генә булмаһын. Халыҡ үҙе йәшәгән йорттоң матурлығында үҙенең ҡатнашлығы булыуын да тойһон. Ул сағында улар мөлкәткә һаҡсыл мөнәсәбәттә буласаҡ.


Сергей Андреенко,
“ИЖФС-З” идарасы компанияһының (Өфө ҡалаһы) баш инженеры:

– Беҙҙең ҡарамаҡта 9 – 20 ҡатлы 11 йорт бар. Улар араһында бөгөндән ремонт талап иткәндәре лә бар. Затон биҫтәһенең Союз урамындағы – 35/1, 35/2, Әхмәтов урамындағы 316-сы йорттар шундайҙар иҫәбендә. Ошо көндәрҙә был йорттарҙа йәшәүселәр менән дөйөм йыйылыш уҙғарып, хәл итәһе мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләштек, программаға инеү өсөн документтарҙы әҙерләп бирҙек.

Вил ӨМӨТБАЕВ, техник фәндәр докторы, профессор:
– Бик кәрәкле сара был, юғиһә ҡайһы бер подъездар һарай кеүек, хатта инеүе ҡурҡыныс. Шулай ҙа подъездарҙы төҙөкләндереү эшен уларҙың иң насарынан башларға кәрәктер. Әммә һан артынан ҡыуып, сифатты оноторға ярамай. Аҡса бушҡа сарыф ителмәһен ине.


Вернуться назад