Башҡортостанда ҡыш хакимлыҡ итһә, балалар санала, конькиҙа шыуһа, Краснодар крайы баҫыуҙарында иһә ер һөрәләр, баҡсаларҙа ҡаҙыу эштәре бара.Күҙ алдында тирә-яҡ йәшелгә күмелә, тәүге сәскәләр күренә башланы.
Республикабыҙ ауыл хужалығы эшсәндәренең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында иген үҫтергәнен күҙ алдынан уҙғарғас, күңелдә уларға ҡарата ихтирам-хөрмәт, уңғанлыҡтарына, тырышлыҡтарына һоҡланыу тойғоһо тағы ла артты.