Өфөнөң Киров районындағы күңел асыу урындарының береһендә кисә ғауға сыҡҡан.Тыуған көнөн билдәләгән ир дуҫтары һәм ҡатыны менән килгәс, уларҙы һаҡсылар клубҡа индермәгән.
“Ялыу китабын һораныҡ, ләкин тағы үтенесебеҙҙе кире ҡаҡтылар, – тип һөйләгән ирҙең ҡатыны. – Телефонымды сығарғайным, һаҡсылар уны тартып алырға тырышып, мине этеп ебәрҙе. Стенаға башым менән бәрелдем. Ирем мине яҡлап сыҡҡайны, һаҡсыларҙың береһе арттан йүгереп килеп уны иҙәнгә йыҡты, башҡалары типкесләй башланы”.
Табиптар ирҙең баш мейеһе һелкенеүен, күҙенең йәрәхәтләнеүен асыҡлаған. Республиканың Эске эштәр министрлығында уның ғаризаһын ҡабул иткәндәр. Әле тикшереү бара.