Кеҫәңдә аҡсаң булмаһа...26.02.2019
Икенсе ярты йыллыҡтан Өфөлә пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла контроль-касса машиналарын файҙаланыуға күсергә тейеш. Әле “Башавтотранс” автобустары, муниципаль электр транспорты идаралығының трамвайҙары һәм троллейбустары ғына юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ ҡабул итә.

“Башҡортостандың социаль карталар регистры” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Гусев әйтеүенсә, бөтә төр транспортта транзакцияларҙы контролдә тоторлоҡ түләү системаһын ойошторорға кәрәк. “Уңайлы маршрут” берҙәм транспорт системаһынан дүрт ойошма – шул уҡ “Башавтотранс, МУЭТ, йылға аша сығарыу хеҙмәте һәм канат юлы файҙалана.

“Башҡортостандың социаль картаһы”нда берҙәм тариф, йәғни социаль юл йөрөү билеты, ғәмәлгә индерелгән. Уны пенсионерҙар һәм льготалылар ҡуллана. Киләсәктә халыҡтың ташламаһыҙ категориялары өсөн дә ошондай уҡ тарифтар билдәләү күҙаллана.





Вернуться назад