Баймаҡ районында айыҡ тормош өсөн көрәш күптән бара. Халыҡ араһында “Айыҡ туй”, спиртлы эсемлекһеҙ үткән байрамдар тиһеңме, “Сәләмәт ауыл” конкурстары булһынмы, йәиһә ир-егеттәр ҡорон ойоштороумы – быларҙың барыһы ла халҡыбыҙ араһында таралған эскелеккә ҡаршы көрәш, айыҡ тормошто пропагандалау ниәтендә атҡарыла.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа иҫерткес эсемлектәрҙең законһыҙ һатылыуы, Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан килтерелгән техник спирт һәм ялған араҡы эсеп, әллә күпме үлем осраҡтарының теркәлеүе бер кемгә лә сер түгел. Иң аяныслыһы: өйҙәрендә көмөшкә, техник спирт һатыусылар үҙҙәренең был “бизнес”ына балаларын да йәлеп итә. Ата-әсәләре өйҙә булмағанда, йәш “эшҡыуарҙар” һатыу итә.
Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов белдереүенсә, былтыр төбәктә ялған эсемлек менән һатыу иткән 209 осраҡ асыҡланған, Баймаҡ эске эштәр бүлеге менән берлектә 700-ҙән ашыу рейд үткәрелгән, 63 көмөшкә ҡыуыу аппараты тартып алынған, биш кешегә енәйәт эше асылған. Уларға 30 меңдән 60 мең һумға тиклем штраф һалынған.
Йыл башынан “йәшел йылан” һатыусылар менән көрәш тағы ла көсәйтелгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: халыҡ үҙе үк айныҡ тормош алып барыуға йөҙ менән борола, ауылдарҙа рөхсәтһеҙ алкоголь эсемлеге менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәште йәмәғәт ойошмалары башлай, уларға ауыл биләмәһе дружинасылары ҡушыла.
Һәр ауылда ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр, ир-егеттәр ҡоро менән берлектә район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре “йәшел ағыу” һатыу нөктәләрен асыҡлай, уларҙы даими күҙәтеүгә ала.