“Көн һәйбәт. Катокка йүгерҙек!”26.02.2019
Ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләгән өләсәйҙәр, ҡыҙ һәм улдарын күтәргән ата-әсәләр, ғашиҡ парҙар, уҡыусылары менән педагогтар, ҡала ҡунаҡтары тиһеңме – һәммәһе лә ашҡынып килде боҙҙа шыуырға. Көндөң матурлығы ла Сибай халҡын уҙған ял көндәрендә ҡала мәҙәниәт һәм ял паркындағы карусель янындағы боҙ майҙансығына саҡырҙы.

Әйткәндәй, йыл йомғаҡтары буйынса мәҙәниәт һәм ял паркы Сибай ҡалаһы хакимиәтенең дипломына лайыҡ булды. Уның йәш һәм дәртле директоры Илгиз Әхмәтшин белдереүенсә, коллектив һәр саҡ ҡала халҡының ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреү маҡсатында төрлө саралар, ял кисәләре үткәрә, бихисап акциялар ойоштора. Буяу һәм тултырылған шар фестивалдәре булһынмы, хип-хоп, рок, ретро кисәләреме, халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино фестивалеме йәки йәштәр өсөн “Һабын күбеге” дискотекаһымы... Барыһын да ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән үткәргәнгә күрә, кеше лә теләп йөрөй.

Ә инде ҡышын мәҙәниәт һәм ял паркы йәнә йәнләнде: Яңы йыл алдынан бында боҙ майҙансығы һәм балалар өсөн тау һырғалағы төҙөлдө.

– Саңғы юлы һалынды, каток өсөн 85 коньки һатып алдыҡ. Ҡала халҡы ғына түгел, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа беҙгә йыш килә, шуға күрә Сибайҙың йөҙө булған һәм күп халыҡты үҙенә йәлеп икән парк өҙлөкһөҙ эшләргә һәм килеүселәрҙең ихтыяжын бар яҡлап ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Һуңғы ике айҙа ғына 4760 кешене хеҙмәтләндерҙек, – ти Илгиз Әхмәтшин.


Ял көндәрендә Башҡортостанда үтәсәк “Фольклорида-2020” сәнғәт һәм мәҙәниәт сараһына әҙерлек сиктәрендә Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары тарафынан милли кейемдәрҙә боҙҙа коллектив шыуыу ойошторолдо. Сағыу кейемдәр кейгән, конькиҙа шыуған һылыуҡайҙарҙы күҙәтеү үҙе матур тамашаға әйләнде. Шулай уҡ Балалар ижады үҙәгендә эшләп килгән “Мода студияһы”нда (етәксеһе – Лариса Чурашова) шөғөлләнгән балалар һәм психолог Рина Микрюкова, ирекмәндәр тарафынан ағастарға сағыу шарфтар бәйләнде.

Бер һүҙ менән әйткәндә, ял көндәрендә сибайҙар рәхәтләнеп боҙҙа коньки шыуҙы, саф һауала ял итте, ҡыштың һуңғы көндәренең бар ләззәтен татыны. Яп-ялтыр боҙҙан, таулы һырғанаҡтарҙан, биттәрҙе бер аҙ семеткән һалҡынса көндән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.


Вернуться назад