270 мең яңы урын кәрәк26.02.2019
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда балалар баҡсаһына хасил булған сират тураһында айырым әйтте.

– 2021 йыл аҙағына яслеләр тәңгәлендәге проблеманы тулыһынса хәл итергә кәрәк, – тине ил етәксеһе. – Унда 270 меңдән дә кәм булмаған яңы урын булдырыу зарур, шул иҫәптән дәүләткә ҡарамаған секторҙа ла. 90 мең урын иһә быйыл уҡ булырға тейеш.


Ысынлап та, мәғариф тармағы, шул иҫәптән балалар баҡсаһындағы тәрбиә һәр ваҡыт ил етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булды, йыл да был өлкәне үҫтереү маҡсатында бик күп сығым йүнәлтелеүе шуға асыҡ миҫал.

Олег ГАЛИН, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары:
– Дөрөҫөн әйткәндә, балаһына балалар баҡсаһында урын булмау сәбәпле, әсәйҙәр, хатта атайҙар ҙа оҙаҡ өйҙә ултырырға мәжбүр. Был ғаилә бюджетына ныҡ ҡына зыян килтерә. Сабыйҙы ҡарау өсөн тәрбиәсе яллау ҙа үҙен аҡламай. Шуға күрә лә Владимир Владимирович күтәргән мәсьәлә көнүҙәк, ул килеп тыуған проблеманы хәл итеүгә булышасаҡ.





Вернуться назад