Әлшәй районының ЗАГС бүлегенә әлегәсә бындай “алтын”, “гәүһәр”, “ҡыҙыл яҡут”, “зөбәржәт” һәм “көмөш” юбилейҙарҙы тантаналы рәүештә бер көндә үткәрергә тура килмәгәндер.
Байрамса биҙәлгән залда алты бәхетле парҙы туғандары, балалары, дуҫ-иштәре ҡотларға йыйылды. Зөбәржәт һәм Солтангәрәй Кирәевтәр “гәүһәр” туйҙарын үткәрһә, Себенле ауылында йәшәгән Хәмиҙә һәм Фәнүр Сәмиғуллиндар, Таштүбә ауылынан килгән Рәмилә һәм Иҙиәт Ғирфановтар “алтын” туйҙарын билдәләй. “Ҡыҙыл яҡут” туйҙарын байрам иткән Валентина һәм Александр Ручь Раевка ауылында йәшәй.
Ә Шәймөхәмәтовтар династияһы йортонда икеләтә байрам. Рәйфә һәм Самат Шәймөхәмәтовтар бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығын, ә улдары Филаред килендәре Гөлнара менән бәхетле ғаилә ҡороуҙарының 25 йыллығын билдәләй. Уларҙың ғаиләһе – йәш быуын өсөн бына тигән берҙәмлек, бер-береңә хөрмәт, тоғролоҡ өлгөһө.