“Донъялыҡҡа, кешеләргә ҙур һөйөү менән сығам...”26.02.2019

Телгә һөйөү тәрбиәләү юҫығындағы хеҙмәт.

Тормошта йыш ҡына шулай ҙа була: кемделер күрә йөрөйһөң, ҡыҫҡа аралашыуҙар ҙа килеп сыҡҡылай, әммә, ни сәбәптәндер, бигүк яҡынайып та китмәйһең. Ә берҙән-бер көн һине яҙмыш һынауҙары баҫып китә һәм яныңда әлеге яҙа-йоҙа таныш кешене күреп, ғәжәпкә ҡалаһың. Хатта иң яҡын дуҫтарың да бәләңә битараф ҡалғанда, ул ярҙамға ашыға, ихлас, эскерһеҙ мөнәсәбәте менән күңелеңде арбай, үҙеңә лә кинәт яйһыҙ, уңайһыҙ булып китә: ни өсөн мин уның шундай һәйбәт кеше булыуын белмәгәнмен, ни өсөн әүәлерәк яҡынаймағанмын?..

Тәүге юлды әсәй күрһәткән

Башымды ташҡа бәрер сиккә етеп, оло хәсрәттән бөгөлөп төшкәндә, бындай тойғоно йыш кисерҙем мин. Һәм үҙем өсөн һуңлап асылған игелекле кешеләрҙең һәр ҡайһыһына рәхмәтем сикһеҙ. Әле бына шул изге йәндәрҙең береһе менән аралашып ултырыуым. Инде бер нисә сәғәткә һуҙылған әңгәмәбеҙ күңелемә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирә, уй-хәсрәттәрем дә ҡайҙалыр артҡа сигенгәндәй, уртаҡ темалар ҙа килеп сығып ҡына тора.

Әлфиәнең Ауырғазы районынан икән­леген беләм, шуға күрә унда нәҫел-нәсәбем юҡ шикелле, тип уйлайым. Ни өсөн, тиһегеҙме? Үтә яҡын уның уй-кисерештәре, үтә үҙ, әйтерһең, минең ни уйлағанымды, теге йә был хәл-ваҡиғаға ҡарата ниндәй фекерҙә булыуымды үтәнән-үтә күрә. Холоҡ-фиғел оҡшашлығы ла күҙгә бәрелеп тора. Ә бит бер туғандар араһында ла, ғәҙәттә, бындай уҡ “игеҙәклек” булмай. Ахырҙа түҙмәйем: “Әллә һин Балыҡ йон­доҙлоғонда тыуғанһыңмы?” — тип һорайым. Һәм шулай булып сыға ла: мин унан теүәл һигеҙ йәшкә олораҡмын, имеш. Икебеҙ бер көндә тиерлек донъяға килгәнбеҙ. Ә бит бығаса шиғырҙарын уҡып, уй-кисерештәр­ҙең оҡшашлығын тойғаным бар ине.

Әлфиәне әҙәбиәт һөйөүселәр күберәк балалар шағирәһе тип белә. Кескәйҙәрҙең психологияһын тәрән аңлаған, улар менән “үҙ телдәрендә” һөйләшә белгән, һәр шиғри юлы аша бәләкәстәргә йәшәү матурлығын аңлатып, уларҙа илгә, тыуған ергә, тәбиғәткә, кешегә ҡарата һөйөү тойғоһон еткереү оҫталығына эйә шағирә.

Тәбиғәт уны тәрән хисле, һәр нәмәне йөрәге аша үткәреүсән, сит уй-хәсрәтте лә үҙенеке кеүек ҡабул итеүсән, башҡаларҙа бары тик ыңғай сифаттарҙы күреүсән, ошо сәбәпле эскерһеҙ, ышаныусан итеп яратҡан. Бәләкәйҙән халыҡ ижадына, әҙәбиәткә ғашиҡ Әлфиә үҙе алдына “яҙыусы булам” тигән маҡсат ҡуймай. Башҡорт халыҡ әкиәте “Әбйәлил”де уҡып сыҡҡас, етем егеттең үткерлеге, таһыллығы уны һоҡландыра, ә хыялға бирелеүсән ҡыҙыҡай күл эйәһенең ниндәйерәк булыуы, тыуған яғындағы күлдәрҙең дә эйәһе бармы-юҡмы икәнлеге тураһында баш вата.
– Моғайын, ул әкиәт барыбер ҙә этәргес бер көс булғандыр, — тигән фекерҙә әҙибә. – Тәүге уҡытыусым Фәғилә апай Ғилметдинова хаҡындағы яҙмам беренсе “проза” әҫәрем булды, ә уға тиклем бөтәһенән дә йәшереп шиғырҙар яҙа инем.

Миңә ете йәш саҡта үҙемдән йәш тә ике айға ғына кесерәк ҡустым һыуға батып үлде. Был ҡайғыны ололарса кисерҙем. Бәйет һымаҡ нимәлер сығарып, һөйләп йөрөй башланым. Ул “бәйет” шиғри формала ине. Әсәйем менән атайым бик ҡурҡҡандар, был балаға ни булды, тип. Мине тетрәткән ҡайғыны күтәрергә шул “бәйет”ем ярҙам иткәндер, тип уйлап та ҡуям. Ә ысынлап туғыҙ йәштәрҙә яҙыша башланым. Уҡытыусым тураһындағы мәҡәлә “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылды. Унан шиғырҙарым да сыға башланы. Яҙған әйберҙәремде редакцияларға әсәйемдең кәңәше менән ебәрә башлағай­ным, тимәк, тәүге юлды миңә ул күрһәткән булып сыға.

Бик татыу, тыныс ғаиләлә үҫә Әлфиә. Атаһы ауылда иң кәрәкле һөнәр эйәһе — электрик. Үтәймулла ауылына электр уты ла һуңлап ҡына, 1967 йылда, үтә, уға тиклем Нәжип ағай әллә күпме ауылда “Ильич лампалары” ҡабыҙып өлгөрә. Ғүмер баҡый һайлаған һөнәренә тоғро ҡала ул. Хәҙер атаһының һөнәрен улы дауам итә.

— Әсәйем иҫ китмәле сабыр, аҡыллы булды, ғөмүмән, әсәйем өсөн дә, атайым өсөн дә ғаилә тыныслығын һаҡлау — яҙылмаған ҡанун. Ете балаға ғүмер биргәндәр, әле бишәүебеҙ иҫән-һау. Әсәйем сөгөлдөр баҫыуында ла, ырҙын табағында ла, башҡа күп төрлө урында эшләне. Сөгөлдөр утарға, араларға беҙ, балалар ҙа, ярҙам итә торғайныҡ. Әсәй-атай, дини кешеләр булмаһа ла, Ҡөрьән сүрәләрен ятҡа белә, тормош мәғәнәһен бүтәндәргә игелек эшләүҙә, ауыр саҡтарында ярҙам итеүҙә күрә. 2004 йылда Үтәймуллала мәсет һалынғанда ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәттеләр.

Әсәйем Зөлфиәнең күргәндәре... Өс йәше тулыр-тулмаҫ әсәйһеҙ ҡала, дүрт ҡыҙ бала була ғаиләлә. Ун ике йәшендә атаһы ла үлеп китә: Хөснөтдин ҡартатайымды Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Троицкиға хеҙмәт армияһына алалар. Үҙе эштә саҡта фанер сумаҙанынан 18 көнлөк икмәк карточкаһын урлайҙар. Ас килеш оҙаҡ эшләй алмай: шешенеп сирләй башлағас, уны ҡайтарып ебәрәләр. Өйҙә лә йүнле ашарға булмай, бер аҙ ауырып ятҡас, бөтә донъя йәшеллеккә, сәскәгә күмелеп, ҡоштар моңона ҡойонғанда ул вафат була...

“Айҙар, йылдар буйы һыныҡ икмәк күрмәй йәшәнек”, — тип иҫкә ала әсәйем. Уның колхозда эшләмәгән эше ҡалмай. Үкһеҙ етем баланы тамаҡ ялына аҫрау итеп тә тоталар. Бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем ал-ял белмәй йорт эштәрен башҡара, балалар ҡарай. Юҡ ҡына ғәйеп табып та һыу эскеһеҙ итеп туҡмап та бөтәләр. Ни өсөн балалар йортона бирмәгәндәрҙер инде. “Балалар йортонда үҫһәм, уҡырға, яҙырға өйрәнер инем, исмаһам”, — тип үкенә әсәйем үҙе.

Бик күп тапҡыр үлемдән ҡотолған ул: бәрәңге йөкмәп, Стәрлетамаҡҡа һатырға барғанда, поезд баҫҡысынан тәгәрмәс аҫтына төшөп китә яҙғанда, тормоз һалып туҡтаталар. Эштән һуң йыуынырға төшкәс, Ағиҙелдә өйрөлтмәккә эләгә, ирле-ҡатынлы урыҫтар күлдәген һоноп тартып сығара. Өфөлә эшләгәндә ҡорһаҡ тифе менән ҡаты ауырый. Ун һигеҙ йәшендә тотош аяҡтары шешеп, тишелеп ағып, туғандарының өй аръяғында ятҡан. “Мунса һымаҡ ҡына өйөм, бер балам булһа ла, бәхетле булыр инем”, — тип хыялланған әсәйем шул саҡтарҙа. Бер уй мине һәр саҡ һиҫкәндереп ебәрә: әсәйем иҫән ҡалмаһа, беҙ ҙә булмаҫ инек бит, тим, — ти Әлфиә.

Бер нәмә лә юҡтан түгел...

Ғаилә, туғанлыҡ ҡиммәттәрен һаҡлау, бер-береңә ихтирам Әлфиәгә лә, туғандарына ла әсә һөтө, атай тәрбиәһе аша бирелгән. Өлкән апайҙары Люциә ҡырҡ ике йыл инде Ташкентта йәшәй, йыл һайын тыуған яҡтарына ҡайтып әйләнә. Апайҙарының ҡайтыуы бөтәһе өсөн дә оло байрам: күмәкләп тыуған йортҡа йыйылалар. “Еҙнәй татар ине, утыҙ йыл матур йәшәнеләр. Әммә апайым туған телен онотманы, башҡортса тап-таҙа һөйләшә”, — ти Әлфиә. Ғүмеренең күп өлөшөн сит мөхиттә уҙғарып та туған теленә, ғөрөф-ғәҙәтенә тоғролоҡ һаҡлап ҡала алыу — көслө шәхестәргә генә хас һыҙат. Ул көс мотлаҡ ғаиләлә, ата-әсә тарафынан бирелә.

Әлфиәнең үҙенең ғаиләһендә лә илһөйәрлек, башҡа милләт кешеләренә ихтирам, шул уҡ ваҡытта үҙ халҡыңа ҡарата хәстәрлекле һөйөү тәрбиәләнә. Тормош иптәше Динислам менән өс бала үҫтергән улар. Дүртенсеһе – 31 йәшендә генә юл фажиғәһендә һәләк булған һеңлеһе Таңсулпандың ҡыҙы.

Әлфиәнең ире эшлекле, ҡайғыртыусан кеше, икеһе өсөн дә ғаилә именлеге беренсе урында тора. Динислам Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән, икеһенең дә Өфөгә яҡын райондарҙан булыуы тормошта, айырыуса ауыр талон йылдарында ярҙам итә. Ике районға ла йыш ҡайтып йөрөйҙәр.

Өлкән ҡыҙҙары Раушания үҙ ғаиләһе менән ауылда йәшәй, иптәше менән ике бала үҫтерәләр. Күпләп йылҡы малы, эре һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорт үрсетәләр, йорттарын заманса ҙурайтҡандар.

Икенсе ҡыҙҙары Динара Башҡорт дәүләт университетының журналистика һәм башҡорт филологияһы факультетын, шулай уҡ Дәүләт идаралығы кесе академияһын тамамлап, күңеленә ятҡан һөнәре буйынса эшләй. Улдары Салауат Башҡорт дәүләт педагогия университетын бөтөргән, әле магистратурала уҡыуын дауам итә.

Бына шиғриәт темаһына йәнә әйләнеп ҡайттыҡ. Бер нәмә лә юҡтан бар булмай. Әлфиәнең тормош юлы – быға асыҡ миҫал. Нәшриәткә эшкә килгәнсә ул бер нисә урында эшләргә өлгөрә. Почта бүлексәһендә лә, техник училище тамамлап, икмәк беше­реүсе лә, ашнаҡсы ла булып эшләй. Хәйер, ул яҡындарын тәмле-тәмле ризыҡтар менән һыйларға ярата. Аш-һыу әҙерләгәндә, ошонда уҡ “өҫтәл китабы”на әйләнгән әҫәрҙәрҙе ҡулына алып, күңеленә рухи аҙыҡ өҫтәй.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортос­тан “Китап” нәшриәтендә эшләүенә лә 37 йыл. Быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк учреждениела шағирә Әлфиә Әсәҙуллина корректорҙан балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдиренә хәтлем оҙон ижади юл үтте. Был дәүерҙә уның ҡулдары аша нисә яҙыусының ҡулъяҙмаһы үткәндер, эштә генә түгел, кистәрен, ял һәм байрам көндәрендә, хатта отпускыла саҡта ла, нисәмә йыйынтыҡты ҡат-ҡат уҡып-тикшереп, күпме күҙ нурҙары түгелгәндер – был берәүгә лә мәғлүм түгел. Ғөмүмән, редакция хеҙмәткәрҙәренең бигүк еңелдән булмаған эшен үҙ башынан үткәргәндәр генә аңлай торғандыр.

Көндәлек вазифаһы арҡаһында үҙ ижады менән даими шөғөлләнә алмаған, ун ете йыл буйы Өфөнөң бөтә мөйөштәрендә тиерлек бер фатирҙан икенсе фатирға күсенеп йөрөп (бында мин йәшәмәгән ике урын ҡалды: Затон һәм Шакша, ти Әлфиә), әленән-әле төрлө холоҡ-фиғелле фатир хужаларына ярау өсөн уттан — һыуға, һыуҙан утҡа инеп, даими көсөргәнештә йәшәгән әсә һәм әҙибә өсөн уның әйткәне көлкө кеүек хәтергә алына, кем нисек ҡарай ҙа нимә күрә бит...

Ваҡытһыҙ баҡыйлыҡҡа күскән һәләтле шағирә, гүзәл кеше Динә Талхинаны оло хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала Әлфиә. Корректорҙың үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуын Динә ситтән күҙәтеп йөрөй. Ул саҡта Д. Талхина дәреслектәр һәм методик ҡулланмалар редакцияһында мөхәррир була. Тәүҙә Совет майҙанында урынлашҡан нәшриәт Левченко урамына күсә. Йыш ҡына Динә Азат ҡыҙы Әлфиәгә: “Һин үҙең уҡы инде, хата китмәһен”, — тип мөрәжәғәт итә. Шул йылдарҙа нәшриәттә балалар әҙәбиәте секторы ойошторола ла инде.
Рухи һыуһауҙы ҡандырыу фарыз

— Китап магазинында эс бошорғос хәлдәрҙең булғылап тороуын һатыусы ҡыҙҙар һөйләне, — тип дауам итә әңгәмәне Әлфиә. — Бала етәкләп килеүселәр араһында шундайҙар ҙа осрай: кескәйҙәр өсөн сығарылған китаптар эргәһенән үтеп барғанда, сабый бер китапты ала ла күкрәгенә ҡыҫа. Әсәһе, бала ҡулынан китапты тупаҫ тартып алып, кире ырғыта... Күңелгә ауыр булып китте, ошондай хәлдәр тураһында ишеткәс. Ә күпме ата-әсә, балаһы һәр төрлө һорауҙар менән борсо­маһын өсөн, телевизор, компьютер ҡабы­ҙып бирә йә ҡулына телефон тоттора ла үҙ шөғөлө менән була. Сабыйҙың күҙҙәре боҙола, уҡыуға теләге бөтә, зиһене тарҡала. Китап — ул рухи аҙыҡ, унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Рухи һыуһауҙы ҡандырмау рух һыныуына килтерә.

Бында Әлфиә Нәжип ҡыҙы менән килешмәү мөмкин түгел. Беҙҙә әҙип күберәк ижад итеү урынына тамаҡ аҫрау хаҡына ниндәй ҙә булһа эштә ғүмер яндырырға мәжбүр. Ошо сәбәпле күптәребеҙ урыны-ваҡыты менән генә ижад итә, хатта яҙыр әҫәрҙәрен яҙып та өлгөрмәй. Әлфиә үҙе был хаҡта: “Урыҡ-һурыҡ ижад иттем, сөнки бары тик күңелдәген генә яҙам. Әлбиттә, нәшриәттәге хеҙмәтем дә баш баҫып яҙышырға мөмкинлек бирмәне”, — ти.

Балалар өсөн ылыҡтырғыс, кескәйҙәр күңеленә ятышлы шиғырҙар яҙыу өҫтөнә Әлфиә Әсәҙуллина өлкәндәр әҙәбиәтенә лә тос өлөш индерә. Уның “Шарлама” йыйынтығында донъя күргән “Сайҡала сауҡалар” шиғри китабын, “Хыял осошо”, “Ысыҡлы ҡояш” исемле шиғри йыйын­тыҡтарын уҡыусылар бик йылы ҡабул итте. “Хыял осошо”нда шағирәнең Сталинград яуында батырҙарса һәләк булған олата­һына бағышланған “Хәтер күпере” һәм экологик проблемаларҙы күтәргән “Торатау” поэмалары, “Ирәмәлде иңләй уйҙарым” һәм “Бөрйәнгә сәйәхәт” шиғри шәлкемдәре урын алған.

Әҙибәнең шиғырҙары күңелемдең нескә ҡылдарын сиртһә, әле аталған ике поэманы тетрәнмәй уҡый алманым. Ғөмүмән, фекерләү даирәһе киң, уй-кисерештәре нескә, уҡыусыларға еткерер һүҙе тос шағирәнең. Кескәйҙәр өсөн яҙылған әҫәрҙәре бала саҡтың аяҙ донъяһына илтһә, өлкәндәргә тәғәйенләнгән шиғриәте темалар төрлөлөгө, тәрән фекере менән айырыла һәм күңелдең иң төпкөл кисерештәрен ҡуҙғатыу көсөнә эйә.

Бөгөн нәшриәттә китап сығарыу өсөн сират ҙур. Дөйөм тормошобоҙға ҡағылған көрсөк ауырлыҡтары әҙиптәребеҙҙе лә урап үтмәй. Ә яҙыусылар һаны артҡандан-арта, һәр кем йәнен өйкәгән фекерен, кисергән уй-хисен әйтеп ҡалырға ашыға. Әлфиәнең ошо хаҡта ни уйлауын һораным.
— Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа яҙы­шыусылар күбәйҙе. Уларҙың барыһы ла сифатлы, уҡыусы ихтыяжына яуап бирерҙәй әҫәр ижад итә, тип әйтеп булмай. Моғайын, хәҙерге болғансыҡлы заманда ошо рәүешле рухи терәк-таяныс табырға тырышыуҙыр был. Күберәк китап сығарырға тырышыу­сыларҙы ла аңлайым, ләкин нәшриәттең мөмкинлектәре самалы шул. Ҡәләм тотҡан кешенең ҡулына һуғыу яғын­да түгелмен. Йәшәү өсөн көрәш был, батып барғанда яҙыу-һыҙыу аша ҡотолоу юлын эҙләү. Күңел бөтөн саҡта бер нимә лә яҙыл­май, тормошта ҡағылып-һуғылып, йәнең әрней башлаһа, ҡәләмгә тотонаһың. Шул рәүешле күптәр яҡындары күңеленә юл табырға тырышалыр, йыуаныс эҙләйҙер...

Моғайын, шулайҙыр. Әҙибә, Башҡорт­остандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Әлфиә Әсәҙуллина халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын байытыу, милләттең ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡалыу, ергә, илгә, телгә һөйөү тәрбиәләү юҫығында арымай-талмай хеҙмәт итеүен дауам итә.


Вернуться назад