Йомаштың иң кәрәкле кешеһе26.02.2019

Уңған ҡулда ут уйнай.

Был тормошта кемгәлер кәрәк булып йәшәү – иң ҙур бәхеттәрҙең береһелер ул. Рәми Ғарипов әйтмешләй, “кеше кешеләргә кәрәк булһын, бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын!” Бөгөн һеҙгә тап ошондай ауылдашыбыҙ тураһында һөйләмәксемен.

Әхтәм йыйған радио

Баймаҡ районындағы Йомаш ауылы­ның иң кәрәкле кешеһе ул. Ни өсөнмө? Егәрленең ҡулы ете, тигәндәр. Замананың үҙенә күрә ҡатмарлы, махсус белеме булмағандар аңлап та етмәгән компьютер тигән ҡорамалдың бар нескәлеген белгән кешене ауылда ҡалдырыуы ҡыйындыр ул. Аңлауыбыҙса, бындай белгестәр, юғары квалификациялы булараҡ, күп эш хаҡы түләнгән урындарҙа ғына эшләй. Ә бына һеҙҙе таныштырасаҡ егет тыуған ауылын, атай нигеҙен ташлап китергә йыйынмай, ауылдаштары мәнфәғәтен уйлап йәшәй бирә.

Әхтәм Ҡәйепов – бөгөнгө геройыбыҙ. Алты балалы Ҡәйеповтар ғаиләһенең төп­сөгө булһа ла, бик иркәләнергә форсат булмай уға. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, умарта­сылыҡ, йәнә йыл да ҡабатланып килгән утын, бесән әҙерләү эштәренә бала саҡтан өйрәнеп үҫә.

Төрлө техниканы һүтеп йыйыу менән ҡыҙыҡһыныуы шунан башлана: ул саҡ­тар­ҙа (үткән быуаттың 70-се йылдары) балалар почта аша төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, открыткалар яҙҙыртып ала торғайны. Бер посылка менән “үҙең йыйып-ҡороп ала торған радиоалғыс”тың кескәй генә деталдәре килә. Кескәй Әхтәмдең шатлы­ғы сигенә сыға. Ул ваҡытта ҙур, ысын радиоалғыстар ҙа була, әлбиттә. Әммә бына үҙ ҡулдарың менән йыйған тап­шырғыс әллә ҡайҙағы тауышты ишет­терһен әле! Бик тырышлыҡ менән кескәй бармаҡтар эшкә тотона һәм бер-ике көн тигәндә, радио телгә килә.

– Шул кескәй генә радионы ҡолағына ҡуйып һикергеләп йөрөгәнен иҫләйем әле лә, – тип хәтерләй Әхтәмдең бала сағын бер туған апаһы, шағирә Лилиә Ҡәйепова. – Тағы ла шул хәтеремдә: атайым Силә­бенән икебеҙгә лә уйынсыҡтар алып ҡайтты: миңә – “мама” тип ҡысҡыра торған ҡурсаҡ, ә ҡустыма – асҡысын борһаң, елеп китә торған тимер машина. Бер-ике көндән машинаһы йөрөмәй башланы – ҡыҙыҡ бит, эсен өйрәнәм тип, Әхтәм уны һүтеп ташлағайны. Ә минең ҡурсағым һаман да “мама” тип ҡысҡыра бирә. Ә ҡустым минән, аҙ ғына уйнатам да бирәм, тип алды ла, ҡурсағымдың “мама” ҡыс­ҡырғысын соҡоп боҙҙо. Ул ғына етмәгән, хатта эсен асып та ҡараған. Шулай итеп, икебеҙ ҙә уйынсыҡһыҙ ҡалдыҡ. Бына шулай ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеүе уны һәр ваҡыт ижади фекерләүгә этәргәндер, тим.
Әхтәм Ҡәйепов Йомаш урта мәктәбен “бишле” билдәләренә генә тамамлай.

– Әхтәм мәктәп йылдарында тәртипле, тырыш булды. Дәрескә ныҡлы әҙерлек менән йөрөнө. Иптәштәренә ярҙамсыл, класс эштәрендә янып йөрөгән, мәктәп гә­зиттәре өсөн дә яуаплы уҡыусы ине. Бөтә сараларҙа ла ихлас ҡатнашты. Мандолинала, гармунда уйнаны, – тип хәтер­ләй уның класс етәксеһе, мәғариф ветераны Нурия Шәмсетдин ҡыҙы Биктимерова.

Тырыш егет бер ҡаршылыҡһыҙ Баш­ҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға инә һәм, “һыу менән һуғарыу белгесе” һөнәрен алып, уны уңышлы тамамлай. Ул осорҙа дәүләт программаһы буйынса илебеҙгә мелиорация белгестәре күп кәрәк була, әммә ул уҡып бөтөүгә, илдәге етәкселек тә, тимәк, сәйәсәт тә үҙгәрә. Әхтәм гөрләп торған ҙур “Һаҡмар” колхозында инженер булып эш башлай.

Ауылдағы тәүге “Мерседес”

Хәҙер генә ул сит илгә сәфәргә йөрөү менән бер кемде лә аптыратып булмай. Ә совет осоронда закондар ҡаты ине. Сит илгә бик һайлап ҡына сығарҙылар. Шулай итеп, был бәхет Әхтәмгә лә эләгә! Комсомолдың өлкә комитеты ауыл хужалығының йәш белгестәрен йүнәлтмә менән Германия Демократик Республика­һына (ГДР) ебәрә. Ауылдашыбыҙ, Германияла һарыҡ үрсеткән фермерҙа ярты йыл эшләп, тәжрибә туплай. Телде, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүе, сит урынға яраҡлашыуы бик еңелдән булмай.

Иң ҡыҙығы шул: хатта алыҫ Көнбайыш илендә лә Әхтәмдең “алтын ҡуллы” механик икәненә тиҙ төшөнәләр. Хужаһы күп тапҡыр төрлө яйланмаларҙы йәки машиналарҙы ҡараштырырға гел уны алып йөрөр булып китә. Күрше-тирәнән дә йомош менән килә башлайҙар. Ҡайтыр ваҡыты еткәс, хужаһы белгесте бик ебәргеһе килмәй, әйҙә бында ҡал, тип өгөтләй башлай. Әхтәмдең уйы – тыуған яғында ғына. Башҡорт егетенең хеҙмә­тенән бик ҡәнәғәт ҡала немец: “Ниндәй теләгең бар? Ярҙам итермен”, – ти. Егет күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ята: “Миңә Германияла эшләнгән яҡшы еңел машина һайлашырға булышығыҙ!”

Ысынлап та, бер көндө Йомаш ауылына ҡуйы-йәшел төҫтәге “Мерседес” килеп инә. “Был ят машина ҡайҙан килгән икән?” – тиһәләр, ишегенән шат йылмайған Әхтәм күренә. Шулай итеп, ул, сит ил маркалы дизель автомобилен һатып алып, туған­дарын, ауылдаштарын шаҡ ҡатыра. Иҫән-имен ҡайтыуына ҡыуанып, ҙур табын ойош­торалар. Шул тиклем ерҙән, етмәһә, ил сиген үтеп, әле бер ҙә йөрөтөп ҡара­маған машинаға ултырып, хәүефле юлдан үҙе рулдә алып ҡайта! Әйтеүе генә анһат, күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс хатта. “Ә нисек ҡурҡманың? Берәйһе туҡтатып, машинаңды тартып алып, үҙеңде йәйәү сығарып ебәрһә йә үлтерһә?” тип апты­раған ауылдаштарына: “Ә мин төндә генә килдем. Көндөҙ берәй урманға инеп йоҡлайым да юлға сығам, сөнки төндә бер кемгә лә туҡтамаҫҡа мөмкин”, – тип яуаплай.

Еңел машиналар менән ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй уның. Рязань ҡалаһынан да үҙенә машина алып ҡайта ул. Японияла етеш­терелгән еңел машинаһы ла була. Һәр “тимер ат”ын, ҡулы белгәс, үҙенә нисек кәрәк, шулай ҡулайлаштырып та ала.

Музыка – күңел байрамы

Үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, күп кеше эшһеҙ ҡалғас та, Әхтәм ҡул ҡаушырып ултырмай. Атаһы Зәйнулла Шәрифулла улы Ҡәйепов ауылда ғына түгел, район кимәлендә танылған скрипкасы була. Шул моңдо тыңлап үҫкән малайға музыка ене ҡағылмай ҡалмай. Әхтәм гармунда уйнап йырларға өйрәнә, төрлө ҡунаҡ, байрам­дарҙа ҡатнаша башлай. Студент саҡта­рында ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеүе лә ярап ҡала. Шунда ул ҡайҙа барһа ла музыка ҡоралдарының насар сифатлы булыуына иғтибар итә. Һәр байрам, туй, ҡунаҡта йыр-моң кәрәк. Музыка – күңел байрамы!
Тауыш көйләү яйланмалары гел төҙөк булырға тейеш тәбаһа.

Әхтәм барлы-юҡлы аҡсаһына тауыш көсәйткес аппаратура, колонкалар һатып ала һәм саҡырыу буйынса төрлө байрам-туйҙарға йөрөй йәки ҡорамалдарын биреп тора башлай. Килеме шәкәр-сәйлек кенә булһа ла, бөтөнләй юҡ ише түгел бит!

– Бала саҡтан бик яҡын күрәм Әхтәм дуҫымды, – ти ауылдашы, күршеһе, яҙыу­сы Нияз Алсынбаев. – Һаман хәтеремдән китмәй: ул бер заман бик оҫта итеп ағастан ҡылыстар яһай башланы. Беҙ, малайҙар, ҡыҙығып киттек. Үҙебеҙ эшләп ҡарайбыҙ, уныҡы кеүек матур килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Эшләп бирәм һеҙгә лә, тик бушҡа түгел, ти. Шулай беҙ бер нисә тин биреп йә башҡа берәй ҡыҙыҡ әйбергә алмаштырышып, унан ҡылыстар яһатып алып, бергәләп сығып “һуғыш” уйнай инек. Шул саҡта уҡ Әхтәм дуҫымдың күңелендә бөгөн маҡталған йүнселлек ҡомары йәшәгән икән, тим хәҙер. Аҙ ғына ярҙам итеп, йүнәлеш биреп ебәргән кеше табылһа, шәп эшҡыуар сығасаҡ унан.

Һуңғы йылдарҙа шуға төшөнә Әхтәм: төрлө ҡорамалдар туҙа, яҡшылап эшләү өсөн тағы яңыһын һатып алырға кәрәк. Ә ауыл халҡы шуға етерлек аҡса түләй алмай, дөрөҫөрәге, күбеһе “яҡшы ла булһын, буш та булһын” принцибынан сығып фекер йөрөтә. Шуға музыка ҡорамалдары менән эшен ҡуйып тороп, Әхтәм компьютерҙар төҙәтеүгә күскән хәҙер. Берҙән, тәү ҡара­маҡҡа яҡшы ғына күренгән заман техни­каһы бер нисә айҙан боҙола йә һүлпән эшләй башлай. Һәр эш ҡорамалын “майлап, таҙартып” торған кеүек, был машинаны ла тәрбиәләй белергә кәрәк. Ул да беҙгә көн-төн хеҙмәт итеп ултыра лабаһа!

Компьютерҙың нескәлектәренә өйрәнеү өсөн Әхтәм бер данаһы меңәр һум торған ҡалын-ҡалын китаптар йә дисктар, төрлө программалар яҙылған яйланмалар һатып ала. Ниндәйҙер эште еренә еткерергә уйлаһаң, тәүҙә өйрәнеү өсөн аҡса түкмәй булмай шул. Белем генә ыңғай һөҙөмтәгә килтерә.

Быны яҡшы аңлай Әхтәм. Ауылда махсус мәктәптәр ҙә, курстар ҙа юҡ. Баймаҡҡа йә Сибайға барып уҡыр ине, ҡартайған әсәһенең янынан китергә теләмәй, шуға уға үҙаллы өйрәнергә тура килә. Бик тырыша торғас, ике-өс йылда ярайһы уҡ оҫ­таға әүерелә һәм ауылдаштарының һорауы буйынса өйҙән-өйгә йөрөп, компьютер көйләй башлай.
Оҫта ҡәҙере алтынға тиң

Элекке һөнәрҙәрен дә ташламай: туйҙарҙа фотоға, видеоға төшөрә, шул уҡ ваҡытта музыка хеҙмәттәрен дә күрһәтә. Бер үҙе өс кешенең бурысын башҡара ла ҡуя. Ҡала ерендә булһа, ике-өс тап­ҡырға артығыраҡ та эшләп алыр ине аҡсаһын, тик ул ауылдаштарының хәлен аңлай белә, күпме бирһәләр, шуға риза. Әле лә шулай, кемеһе – ризыҡлата, кемеһе аҡсалата түләй. Улар, моғайын, аңлап торалыр ҡалалағы хаҡтан ике тапҡырға арзан түләгәндәрен.

Әхтәм – киң күңелле егет. Аҙ ғына рәх­мәтте лә күп итеп ҡабул итергә өйрән­гән. Әммә үҙенең төндәр буйы зәңгәр эк­ранға текләп йоҡламай ултырғанын, күҙ нурын бөтөрөүен иҫләй ҙә “оҫта”ның ҡәҙе­рен бик белеп бөтмәгәндәр йәнә мөрәжәғәт итһә, әлбиттә, уйға ҡала, сөнки уның да яңы ҡорамалдар, диагностика яйланмала­ры һатып алаһы бар, ә бит бер магазинда ла ит йә ҡорот-майға компьютер бирмәйҙәр...

Борон башҡортта йола ҡанундары ҡаты булған: кемдеңдер һәләтле икәнен белеп ҡалһалар, уны нисек тә ҡәҙерләргә, сирләмәһен тип, нығыраҡ тәрбиәләргә тырышып йәшәгәндәр. Оҫталарҙың ҡәҙере алтынға тиң булған. Мәҫәлән, өй бураған­да, бәлки, ул ауыр бүрәнә лә күтәрмәҫ, йышҡы, бысҡы ла тотмаҫ, әммә уның ҡәҙе­ре “бына ошо бүрәнәне шунда ҡуй, бына ошо тәңгәлдән бысырға кәрәк” тип әйтә белеүендә булған. Бөгөн әлеге шул компьютер һөнәрмәндәренең эше лә кемгәлер еңел һымаҡ тойолор, әммә оҫтаның уның шулай “ярты сәғәт” кенә экранға текләп, төрлө төймәләргә белеп баҫыу өсөн бер нисә йыл ялһыҙ ултырыуы, белем туплауы бик ҡиммәт тора.

– Шәхсән үҙем, мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, уның хеҙмәт юлын яҡшы беләм. Мәҙәниәт йорто эшләп торғанда, уны һәр ваҡыт концерт-байрамдарҙа музыка уйнатыу, ойоштороу эштәренә йәлеп итә торғайнылар. Әле лә ауылда ниндәй сара булһа ла, береһе лә Әхтәмһеҙ үтмәй. Ул – универсаль музыкант. Кәрәк булһа, ҡурайҙа, гармунда, синтезаторҙа, ҡумыҙҙа, гитарала уйнап һөйөндөрә. Хәҙерге көндә заманға яраҡлаштырып музыка аппара­тураһы менән хатта күрше ауылдарға ла ярҙам итә. Телевизор, компьютер, телефон һәм башҡа техниканы йүнәтеүгә саҡырып ҡына торалар. Уның юғары һөнәри белеме менән юғарыраҡ үрләргә лә мөмкинлеге булды. Әммә ул, ауылды яратып, халҡын ихтирам итеп, атай нигеҙен һаҡлап, тыуған ерендә ҡала. Заманына күрә, иң кәрәкле кешеләрҙең береһе булараҡ, беҙ уның менән ғорурла­набыҙ, – ти оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, китапхана­сыһы булып эшләгән Роза Асман ҡыҙы Саникина.

Бөгөн китапханасы Әлфиә Баймырҙина өсөн дә Әхтәм – ҙур таяныс һәм терәк. “Мине иң ныҡ һоҡландырғаны – уның зыялылығы, тәрбиәлелеге, олоһона ла, кесеһенә лә оло ихтирам менән ҡарауы. Ул – ауыл биләмәһе хакимиәте, китапхана ойошторған сараларҙа алмаштырғыһыҙ ярҙамсы”, – ти Әлфиә.


Вернуться назад