Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн махсус майҙансыҡтар әҙерләнгән. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр инспекторҙар ашарға алып килеп, тоҙ өҫтәп тора.
Һауа температураһы түбәнәйеп, ҡар ҡатламы ҡалынайыу менән күпселек ҡоштар һәм ҡырағай хайуандар аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисерә башлай. Был, әлбиттә, уларҙың һаулығына зыян килтерә, күпселек осраҡта үлем сәбәпсеһе лә булып тора. Тояҡлы хайуандарға ҡышын тоҙ етмәй, хатта ҡуяндарға ла. Шуға бындай майҙансыҡтарға уны күпләп һалып ҡуялар.
Ҡырағай йәнлектәр ҡыш аҙыҡтан өҙөлмәһен өсөн инспекторҙар йәй буйы миндек, бесән әҙерләй. Мөмкинлек булғанда шәкәр сөгөлдөрө туплап ҡуялар. Урмандарҙа ойошторолған бындай “ашхана”ға болан, мышы, ҡоралай, ҡабандар килә.
“Федоровка” заказнигында оҙаҡ йылдар инспектор булып Олег Буркин эшләй. Ул – үҙенең бурысын яратып башҡарған, тәбиғәтте ҡурсалаған кешеләрҙең береһе. Мәктәп балалары илһөйәр булып үҫһен өсөн күп көс һала. Йыш ҡына уларҙы заказникка экскурсияға алып килә. Ҡар ҡалынаймаҫ борон ҡондоҙҙар яһаған урман йортон балаларға күрһәтә.
Баҡһаң, ҡондоҙҙар һыуыҡтар етеү менән башлыса һыу аҫтында йәшәй икән. Йәйгеһен үк ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләп ҡуялар. Айырыуса тал сыбыҡтарын кимерергә яраталар. Тәүҙә йорттары эргәһендәгеһен ашап бөтөрәләр, һуңынан яйлап урман эсенә үтеп инә башлайҙар. Бер ҡондоҙ ғаиләһенә ҡышҡылыҡҡа 30 кубометр ағас кәрәк. Ғаилә ҙур булһа, 70 кубометр аҙыҡты бөтөрә икән.
Нәкәзебаш зоология дәүләт заказнигында эшләгән инспектор Шәфҡәт Ярышев билдәләүенсә, ҡырағай хайуандарҙы ҡыш ашатыу өсөн аҙыҡты май айында уҡ әҙерләй башлайҙар.