Темәскә, Шәһит Хоҙайбирҙингә!26.02.2019

Ғәҙеллекте ошолай урынлаштыралар.

Таһир ауылы Урал тауының көньяҡ осонда – тау итәгенең түбәнендә, Һаҡмар йылғаһы буйында ултыра. Ауыл ҙур түгел, бер урам ғына. Саҡрымға етер-етмәҫ үр яҡта, Темәс яғына табан, тағы бер ауыл ҡалҡып килә, уны Яңы Таһир тиҙәр.

Кирбес йортҡа илткән юл

Урамдың һыртҡы яғында зат-ырыуы менән Хоҙайғоловтарҙың йорттары теҙелгән. Улар – хәлле тоҡом, малды күп көтә, үҙҙәре эшлекле. Йорт-ҡуралары ҡарағастан һалынған. Урта тирәлә – Хоҙайғоловтарҙың иң өлкәне Тимерйәндең донъяһы. Өйҙәре ҙур, дүрт бүлмәле. Оҙон солан, ишектәр ҡуйып, өскә бүленгән. Күтәрмә өҫтөндәге семәрле ҡыйығы ла йортто матурлап тора. Тәҙрә ҡапҡастары ла биҙәкләп эшләнгән. Ҡыйыҡлы бейек ҡарағас ҡапҡа йышылған аҡһыл-һары таҡталарҙан ҡоролған.

Ихата иркен, йәп-йәшел сысҡан киндере, ҡаҙ үләне кейеҙ һы­маҡ түшәлеп ята. Донъяларын таҙа тоталар – бер ерҙә ҡый әҫәре күрмәҫһең. Күмәк малға һарайҙар, ялан кәртәләр арт яҡта эшләнгән, мал йөрөй торған юл да һыртҡа сыға.

Ауыл һыртынан тау ҡырлап Темәс яғына һүләм юл үтә. Ошо юлдан дүрт йәшлек ҡыҙын арҡаһына йөкмәп, ете йәшлеген эйәртеп, утыҙ биш йәштәрҙәге матур йөҙлө ҡатын ялан аяҡ килә. Ваҡ ҡына сәскә биҙәкле һоро бөрләнтин күлдәк кейгән, аҡ кешмир яулығын ҡайырып бәйләгән. Икенән үргән оҙон һарғылт сәс толомо яулығы аҫтынан бөгәренән аҫҡа төшөп тора. Уның башында бер генә уй: “Эй, раббым, Шәһит ҡусты Кирбес йортонда ғына булһа ярар ине!”

– Әсәй, арыны-ы-м, – тип бәлә һала башланы елкәһендә килгән бәләкәс ҡыҙыҡай.

– Алайһа, әйҙә, төшөп әҙерәк ял итеп ал, – тип ҡатын ҡыҙын ергә төшөрҙө. Сәмиға, күҙенә салынған бер еләкте өҙөп алып, төбөрө-ние менән ашай башланы. Ғәшүрә апаһы:
– Тороп тор, үҙем йыйып ашатам, – тиһә лә, уны ла ишетмәҫтән, сүкәйеп ултырып алды.

– Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, китәйек инде, ҡайтҡанда кү-ү-п итеп ашарбыҙ, Алла бойорһа, – тип Әминә бәләкәй ҡыҙын ҡабат йөкмәп алды.
Күп тә үтмәй, улар Ҡороғәбей соҡорона килеп етте, ә был инде ярты юл ине. Уны сығып, бер аҙ барғас, Темәс ауылының Һаҡмар буйындағы, Рапат тауы осондағы ҙур мәсетенең манараһы күренде. Ҡыҙылташ тауын артылып, Шырҙы йылғаһын аша сыҡһаң, икенсе мәсет ултыра. Ҙур мәсеттә ил эсендә даны таралған Әбүбәкер хәҙрәт эшләй.

Һуҡмаҡ урман ситенән бара, юл йомшаҡ, аяҡ аҫтын ҡарап ҡына бара Әминә – өлкәнәйгәс, юлда яланаяҡ йөрөү уңайһыҙ. Ә ауылға Ҡыҙылташ тауының һөҙәгерәк еренән инергә кәрәк. Унда инде ташлыҡтан үтәһең. “Ни эшләйһең инде, ситегеңә тиклем систереп алып ҡалғастар”, – тип әрнеп ҡуйҙы Әминә.

Улар Мозафар байҙың ҙур, матур йорто һыртынан, Кәлимулла Сөләй­мәновтың өс бүлмәле оҙон өйө артынан Темәс баҙары майҙанына килеп сыҡты. Әминә, таҡта менән ябылған бейек түбәлеккә килеп еткәс, доғаһын уҡып, юл аша ғына ултырған Кирбес йортҡа ҡарай атланы.
– Хоҙайбирҙин Шәһит тигән башлыҡ бар икән хәҙер, ул Темәстә Кирбес йортта ултыра, ти, шуға бар, – тип өйрәткәйне Солтанхәмит тигән ҡустыһы.


“Донъямды бүлешеп алдылар”

Бына инде Кирбес йорт. Ул бейек кенә урында, хәҙер Кәнсә тауы тип йөрөтөлгән ҡалҡыуҙа ултыра. Ике ҡатлы, дүрткел йорт. Аҫҡы ҡаты йоҡа ғына кәлепле таштарҙан һалынған – Темәс тирәһендә таш күп шул. Икенсе ҡаты ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән. Тимер ҡыйығы йәшелгә буялған. Ҡыйыҡтың нәҡ уртаһында үтә бейек булмаған башняһы бар, ә уның осона флюгер ҡуйылған. Көньяҡҡа ҡарап торған яғында киң, бейек кенә күтәрмә, уның өҫтөндә сөгөн рәшәткәнән эшләнгән балкон сығып тора.

Әминә күреп килә – баҙар яғына ҡараған ишеге төбөндә арҡаһына мылтыҡ аҫҡан йәш кенә һалдат – ҡарауыл тора. Ул бер балаһын йөкмәп, икенсеһен эйәртеп, ялан аяҡ килгән йәш, матур апайға аптырап та, йәлләп тә ҡарай. Әминә ҡарауылсы егеткә:
– Һаумы, ҡустым! – тип өндәште.

– Һаубыҙ әле, апай! Ҡайҙан, кемгә килә ятыуың?

– Мин, ҡустым, Таһир ауылынан Шәһит Хоҙайбирҙин тигән ҡустыға килдем. Мында микән?

– Ә-ә, Шәһит ағайғамы? Эйе, бында ул, апай, бында. Хәҙер үткәрербеҙ. Әхтәм ағай!

– Әү! – тигән тауыш ишетелде эске яҡтан.

– Сыҡ әле бында!

Мыйыҡлы ажар ғына йәш ир килеп сыҡты.

– Бына был апай ике балаһы менән Таһирҙан Шәһит ағайға килгән. Вәт, алып инеп кит хәҙер үк.
Әхтәм Әхмәтов:
– Әйҙә, апай, минең арттан эйәрегеҙ, – тип, артына ҡарай-ҡарай, яҫы баҫҡыстарҙан икенсе ҡатҡа күтәрелә башланы.
Әминә, бәләкәс ҡыҙын күтәреп, икенсеһен етәкләп, уның артынан эйәрҙе.

– Апай, ошонда көтөп тороғоҙ, мин хәбәр итәйем, – тине лә Әхтәм бейек ишекте асып инеп китте. Ярты минут та үтмәгәндер:
– Әйҙә, апай! – тип бүлмәгә саҡырҙы.

Әминә, ялан аяҡ булыуынан ныҡ оялһа ла, ике ҡыҙын етәкләп, тупһа аша үтте.

Өҫтөндә күп ҡағыҙҙар тәртип менән ятҡан оҙон өҫтәл аръяғында хәрби формала йәп-йәш, һыу һөлөгө һымаҡ ҡупшы егет баҫып тора ине. Сәсе ҡырын һыйпалған. Билендәге ҡайышы, әйтерһең, уның һомғол­лоғон арттырыу өсөн тағып ҡуйыл­ған.
– Һаумы, ҡустым, – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һаулыҡ һорашты Әминә.

Егет өҫтәл артынан сыҡты ла, йылмая биреп:
– Һаумыһығыҙ, апай! – тип ҡул биреп күреште. Әминә уңайһыҙ­ланып китте – ялан аяҡ бит әле!

– Ҡыҙҙар, һаумыһығыҙ, – тип ете йәшлек бала менән дә ҡул биреп күреште. Ҡыҙыҡай оялышынан аҫҡа ҡараған көйө бәләкәс кенә ҡулын һуҙҙы. Дүрт йәшлек һеңле­һенең бүлмәлә лә, хәрби формала­ғы матур ағайҙа ла эше юҡ:
– Әсәй, һыу эсәм... һыу эскем килә! – тип әсәһенең яулыҡ осонан тарта.

Һомғол ағай, шунда уҡ өҫтәлдә ултырған графиндан стаканға һыу ҡойоп, бәләкәскә бирҙе. Сәмиға, стаканды ике ҡулы менән ныҡ итеп тотоп, тын алмаҫтан эсте лә ағайға һуҙҙы.

– Туйҙыңмы? – тине ағай.

Дүрт йәшлек бала “рәхмәт” һүҙен әйтә белмәһә лә, ныҡ итеп башын һелкте. Ағай кеше стаканға тағы һыу ҡойоп Ғәшүрәгә бирҙе. Сарсап торған ҡыҙ бала һыуҙы бер тынала эсте лә сығыр-сыҡмаҫ тауышы менән “рәхмәт” тип әйтә алды.
– Әйҙәгеҙ, хәҙер ултырып һөйләшәйек инде.

– Шәһит Хоҙайбирҙин һин булаңмы, ҡустым? – тип һораны Әминә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына.

Әминә бәләкәс ҡыҙын алдына алып, Ғәшүрәһен эргәһенә артлы ултырғысҡа ултыртып, башына төшкән бәләләрен, юл буйы уйлап килгәнсә, йомшаҡ тауыш менән һөйләп алып китте:
– Ҡустым, башыма көс етмәҫлек бәлә төштө. Ай ярым элек ошо балаларымдың атаһы мәрхүм булып ҡуйҙы. Илле дүрт йәшендә генә ине, көрәшсе булды. Йөрәктән ҡапыл китте. Өлкән ҡыҙым ун бер йәштә, әле өйҙә ҡалды.

Донъябыҙ төҙөк, арыу ғына. Малыбыҙ ишле генә ине. Мәйет сыҡҡанда мал күп тотонола, хәҙерге көндә самалы ҡалды: биш ҡо­лонло бейәм, алты һауынлы һыйырым, утыҙлап һарыҡ бар. Мына ошо донъямды, малымды өс бер туған ҡәйнештәрем бүлешеп алды ла, ҡыҙҙарымдың һәр береһен тартып алып, мине ҡыуып ебәрергә әмер ҡылдылар. Урамымда бер нәмә ҡалманы. Кейемдәремде һыпырып алып киттеләр, хатта ситегемде систереп алдылар. Һиңә, ҡустым, оялһам да, ялан аяҡ инеп ултырҙым инде. Мына ошо хәлде һеҙгә ялыу итергә килдем, аптырағас. Бер ҡусты: “Темәстә сәүит бласы урынлашҡан, унда бер үткер егет хужа икән. Был һөкөмәт ғәҙеллек яҡлы”, – тип өйрәтеп ебәрҙе.

– Апай, һеҙҙе талаусыларҙың башы кем? Кем аҡылы менән йөрөй икән ҡәйнештәрең?

– Ул ҡәйнештәр өсәү: Ғәзизйән, Хәйҙәрғәле, Йосоп. Бөтәһе лә Хоҙайғоловтар. Иң йәше, иң ҡомһоҙо Йосоп, шул ҡотҡо тарата ағайҙарына.
Хоҙайбирҙин апайҙы бик иғтибар менән тыңланы, алдында ятҡан дәфтәренә нимәләрҙер яҙғылап ултырҙы. Әминә һөйләп бөткәс, Шәһит Әхмәтович аяғөҫтө баҫты ла, өҫтәлдәге ҡыңғырауын алып, шылтыратып ебәрҙе. Хәрби формалағы йәш ир шыҡ-шыҡ баҫып килеп инде.

– Юныс Әүбәкирович, Таһир ауылына барырға кәрәк. Айсаны ал, ҡоралланығыҙ, һыбай барырһығыҙ. Әхтәм ағай ат екһен, был апайҙы балалары менән ултыртып алып китер. Унда совет власын белмәй яталар икән! Бынау апайҙың донъяһын малы-ние менән бүлешеп алып бөткәндәр.
– Есть! – тип честь бирҙе лә Юныс Әбүбәкирович зыр әйләнеп сығып китте. Уның артынан уҡ Әхтәм килеп инде.

– Сәйең әҙерме?

– Әҙер, Шәһит Әхмәтович.

– Апайҙы ике ҡыҙы менән ашатып ал. Әйткәнде алдыңмы?

– Алдым, Шәһит Әхмәтович. Тегендә ултыртып торҙом.

– Яҡшы... Үҙең алып китәһең ат менән, Әхтәм ағай.

– Ярай, ярай, Шәһит Әхмәтович, – тине өлтөрәп торған Әхтәм.

– Апай, – тип өндәште Хоҙай­бирҙин, – бына хәҙер һеҙҙе атҡа ултыртып, ике мылтыҡлы һыбай­лыны ҡушып ебәрәм. Барыһын да хәл итеп ҡайтырҙар. Тартып алып, бүлешкән нәмәләрегеҙҙе кире ҡайта­рырҙар, балаларығыҙға теймәҫ­тәр. Ҡурҡмай йәшәгеҙ. Хәҙер элекке байҙар заманы түгел – Совет хөкүмәтендә йәшәйбеҙ.

Әминә урынынан тороп, күңеле тулыуын белгертмәҫкә тырышып, ғәҙәттәгесә йомшаҡ тауышы менән:
– Алланың рәхмәтендә бул, ҡустым, мин бындай ҙа йөрәкле егеттәргә тап булғаным юҡ ине. Ҡайтып, тынысланғас, Ҡөрьән сығырмын үҙеңә.
– Ярай, апай, һәйбәт һүҙеңә рәхмәт, – тине егет.

Әхтәм Әхмәтов Әминәне ҡыҙҙары менән бәләкәй генә бүлмәгә алып инде. Өсөһөнә лә сынаяҡҡа һөтлө сәй яһап бирҙе, тәрилкә менән перәник ултыртты.

– Апай, – тине Әхтәм, – һиңә галуш кейҙереп ҡайтарырға булдыҡ әле, беҙҙән бүләк булһын, – тип ялтырап торған өр-яңы моронло аяҡ кейеме сығарып ултыртты.

– У-у-й, ҡандай матур галуш, уны ҡалайтып алайым инде мин, бирер­гә аҡсам юҡ шул, – тине Әминә.
– Аҡса кәрәкмәй, апай, беҙ уны һиңә бүләк итәбеҙ бит.

– Эй, Аллам, рәхмәт яуғырҙары, бындай ҙа һәйбәт кешеләр була икән дәһә донъяла! Йә инде, ялан аяҡ килеп, бөтәйеп ҡайтам инде мына! – тип ҡыуана-ҡыуана, доғаһын уҡып, егеттәргә имен-аман эшләүҙәрен теләп, галушты ялан аяғына кейеп алды.

“Йылҡы малым егерме һигеҙ...”

Сәй эсә һалып алғас, Әминә, совет хөкүмәтенең кеше йәнле йәш кенә етәкселәренә именлек-аманлыҡ теләп доға ҡылды ла, бәләкәс ҡыҙын күтәреп, өлкәнен эйәртеп, баҫҡыстан төшөп, ишек алдына сыҡты. Унда инде ерән ат тора ине.

– Әйҙәгеҙ, егеттәр! Хәйерле юл булһын! Эште эш итеп ҡайтайыҡ! – тип, Әхтәм ағайҙары дилбегәне ҡулына алды.

Аттар шәп. Һигеҙ саҡрым юлды елеп үтеп, ауылға тиҙ килеп инде­ләр. Урам осонда уҡ ике һыбайлы бер-бер артлы мылтыҡтарынан һауаға атып ебәрҙе. Уйнап йөрөгән бала-саға әллә ҡайҙа инеп бөттө. Бер аҡтар, бер ҡыҙылдар ҡылыс болғап, ер һелкетеп, халыҡтың ҡотон алып йөрөгән ерҙәрҙә әҙәм ҡурҡып бөткәйне.

Ауыл уртаһындараҡ асыҡ торған ҙур ҡарағас ҡапҡа тапҡырына еткәс, тағы берҙе аттылар. Урам эсендә егеүле өс ат тора, эргәһендә кешеләр ҡайнаша.

– Ана-ана, нәҡ үҙҙәренә тап булдыҡ, – тине Әминә.

Һыбай егеттәр хәлдең нәҡ үҙәгенә тап булыуҙарын бер ҡарауҙан төшөндө лә асыҡ бейек ҡапҡанан, аттың һыртына ятып, һажлап эскә инеп тә китте.

Арбаға өй йыһаздарын тейәп йөрөгән ирҙәр, ҡатындар, ата-ата килеп ингән һыбайлылар менән маңлайға-маңлай тап булышҡас, ҡурҡышып, бағана һымаҡ ҡатып ҡалды. Бисәләрҙең ҡайһы берҙәре йүгерешеп соланға инеп йәшенде. Оҙон күкрәкле арбаға тейәлеп өлгөрмәгән ҡунаҡ санаһы ерҙә ултыра ине.

– Кемегеҙ башлыҡ? – тип уҫал тауыш менән һораны командир Юныс Хөсәйенов атынан да төшмәйенсә. Берәү ҙә өндәшмәне.
– Кемегеҙ иң олоһо?

– Мин инде, – тип һаҡалын һыйпаны оло ғына ир, – Хоҙайғолов Ғәзизйән булам. Был икәү минең ҡустылар – Хәйҙәрғәле менән Йосоп. Ҡалғандары хеҙмәтселәр.

Юныс Әүбәкирович буйға оҙон булмаған, йыуантыҡ, танауының буйына ҡарап торған Йосоп байға төбәлде.
– Күпме йылҡың, нисә һыйырың бар, Йосоп ағай Хоҙайғолов?

– Йылҡы малым егерме һигеҙ, егерме һауын һыйырым йөрөй.

– Балаларың нисәү?

– Иҫәндәре дүртәү, өсәүһе мәрхүм булды.

– Дүрт балаңа шунсама малың етмәҫ тиһеңме? Ниңә етем ҡалған туғандарыңды талап йөрөйһөң? Ҡомһоҙлоғоңдоң сиге юҡмы?! Бөтә­геҙгә лә әйтәм – хәҙер үк арба­лар­ға тейәлгән нәмәләрҙе кире өйгә та­шырға, бөтәһен дә урындарына ултыртырға! Тиҙ ҡуҙғалығыҙ! – тип уҫал итеп команда бирҙе Юныс Хө­сәйенов. – Ҡапҡаны ябығыҙ! Бер кем дә китмәһен, таралмағыҙ! Айса, атыңдан төш тә протокол яҙа башла!

– Есть! – тип һикереп килеп төштө атынан Айса.

Өйҙән ҡобараһы осоп, дер ҡалтырап торған Хәшиә, Әминәнең ун бер йәшлек өлкән ҡыҙы, йүгереп сығып, әсәһенең күлдәгенә йәбешеп ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Иптәш командир, протокол итеп яҙайыммы? – тип һөрәнләп һораны Айса, “командир”, “протокол” һүҙҙә­ренә баҫым яһап.
– Протокол итеп яҙ! Ныҡ итеп дөрөҫөн яҙ!

Хеҙмәтселәр, тол ҡалған еңгәһен талаған ирҙәр һәм ҡатындары кү­мәк­ләп тейәгән нәмәләрен тиҙ үк урын­дарына ташып бөттө. Ҡунаҡ санаһын ялан кәртәгә кире индереп ҡуйҙылар.

– Хәҙер өйҙәрегеҙгә ташып алып ҡайтҡан нәмәләрҙе ярты сәғәт эсен­дә бында кире килтерегеҙ! Марш! – командир сыбыртҡыһын шартлатып ебәрҙе. Талаусылар кем уҙар­ҙан арбаларына тейәлешеп, шалтырҙашып сығып юртты.

Әминә өлкән ҡыҙын ым менән генә саҡырып алды ла:
– Хәшиә, аласыҡтағы ҡаҙан аҫтына ут яҡ та самауыр ҡуйып ебәр, ағайҙарға сәй эсереп ҡайтарырбыҙ. Ғәшүрә, һин апайыңа ярҙам итеш, – тине.
Айса протоколын яҙып бөтөп торғанда, урамға бейек итеп донъя ҡаралтылары тейәлгән арбалар килеп инде. Был юлы тик ирҙәр генә килгән.
– Бар нәмәне алған урындарына ташып урынлаштырығыҙ! – тип команда бирҙе Юныс-командир.


Талаусылар сығып тайҙы

Күҙ асып йомған арала арбалар бушаны, талап алып кителгән бар донъя ҡаралтыһы, хатта ситек тә һандыҡ өҫтөндәге үҙ урынына ҡуйылды.
Командир револьверын кобура­һына һалды ла, уртала торған арба эргәһенә килеп:
– Бөтәгеҙ ҙә минең эргәгә йыйылығыҙ! – тип команда бирҙе.

– Башҡорт туғандар, – тип башланы һүҙен тыныс, ләкин ҡәтғи тауыш менән, – һеҙ шуны белегеҙ: беҙ хәҙер совет власы осоронда йәшәйбеҙ. Бөтә Рәсәй илендә тигеҙлек, тоғролоҡ, берҙәмлек, татыу йәшәү өсөн көрәш бара. Бар халыҡ киләсәк яҡшы тормош өсөн, ҡулына ҡорал алып, яу саба. Совет власы илдә тигеҙ тормош булдырыу өсөн тырыша. Ә һеҙ ни эш бөтөрөп йөрөйһөгөҙ бында? Үҙ байлығы­ғыҙға мөрхәтһенмәй, етем ҡалған ҡатынды талап, донъяһын туҙҙы­рып, балаларын – үҙ туғандары­ғыҙҙы – сыр-сыу килтереп ятаһығыҙ! “Етем илаһа, ер-һыу илар” тигән хәҡиҡәтте белмәйһегеҙме ни? “Етем хаҡы ебәрмәҫ” тигән һүҙҙе лә ишеткәнегеҙ юҡмы? Атайҙары йәшләй үлеп, былай ҙа арҡалары һынған бәләкәс кенә балалар ҙабаһа улар!

Телмәр тотоусы ҡыҙып китте, йөҙө ҡыҙарҙы, “туғандар” тип башлаған мөрәжәғәт тә юҡҡа сыҡты, үҙе лә абайламаҫтан билендәге кобураһына тотондо. Тыңлаусылар, шаҡ ҡатып, йөрәктәре табандарына төшөп, инде ни булырын ҡобараһы осоп көттө.

Юныс Әүбәкирович асыулы телмәрен дауам итте:
– Ағай-эне аҙһа, төрлө хикмәткә инер, ти. Һеҙ хәҙер, байлыҡ тип, юлбаҫарҙар, талаусылар тиңенә төшкәнһегеҙ, черт возьми, ҡомһоҙ­ҙар! – тип йоҙроғо менән арбаның тәртәһенә һуғып ебәрҙе. – Мал­дарҙы бөгөн үк кис, көтөү ҡайтҡас та, теүәл генә алып килеп индерәһегеҙ!
– Ярай-ярай, – тип кенә торҙо талаусылар, бер һүҙ ҙә әйтә алмай.

– Айса, ышаныс ҡағыҙы – доверенность – яҙ ҙа бөтәһенең дә ҡултамғаһын ал! – тип бойорҙо Хөсәйенов.

Айса, шунда уҡ полевой сумкаһынан бер бит ҡағыҙ сығарып, башына кәкре-бөкрө хәрефтәр менән “Доверенность” тигән урыҫ һүҙен яҙып, башҡортсалап “Башҡа Хоҙайғолова Әминәнең малына ҡул һуҙмаясаҡбыҙ тип вәғәҙә итәбеҙ” тип яҙып ҡуйҙы ла уҡып ишеттерҙе.

– Ҡултамғаларығыҙҙы ҡуйығыҙ, – тип химик ҡәләмен тотторҙо. Һәр береһе, ҡалтыранған ҡулы менән ҡәләмде төкөрөкләп, иҫке төркисә ҡултамғаһын ҡуйҙы.

– Һеҙҙең ризалығығыҙҙы дөрөҫ­ләп, аҫҡа үҙебеҙҙең ҡултамғаларҙы ҡуябыҙ, – тине Айса. Юныс Әүбә­кирович менән Әхтәм Әхмәтов үҙ фамилияларын тулыһынса яҙып ҡуйҙы. Айса ла фамилияһын иҫке төрки хәрефтәре менән тулыһынса яҙҙы ла аҫтына “1919 йыл, 28 июнь” тип бөгөнгө көндө билдәләп ҡуйҙы. Документты дүрткә бөкләп, полевой сумкаһына һалып алды.

– Был дөкәмит бөгөн үк Шәһит Әхмәтовичтың өҫтәлендә ятасаҡ, – тип Юныс Әүбәкирович башҡарған эштәренең һөҙөмтәһен нығытып ҡуйҙы.
Талаусылар ипле генә итеп сығып тайҙы, тәгәрмәс тауышынан башҡа бер нимә лә ишетелмәне.

– Ҡустылар, Аллаһ Тәғәлә ярлыҡаһын үҙегеҙҙе. Инде сәй эсеп ҡайтығыҙ, – тине Әминә.
– Юҡ, апай, әйтеүеңә рәхмәт, беҙ инде туҡрап тормабыҙ, – тине Юныс Әүбәкирович.

– Ай, ажар егеттәр икәнһегеҙ! Бар эшегеҙҙә лә Хоҙай үҙе ярҙам итеп торһон инде, рәхмәт яуғыр­ҙары. Ғүмерегеҙгә бәрәкәт бирһен. Хоҙайбирҙин ҡустыға беҙҙең ихлас рәхмәт доғаларыбыҙҙы еткерегеҙ инде.

Әминәнең күҙенән йәш тамсылары тәгәрәне. Был инде сикһеҙ ҡыуаныс кисергәндәге күҙ йәше ине.


Эпилог

Был хәлдән һуң нәҡ ун йыл үткәс, 1929 йылдың йәйендә, бер мунсанан ут сығып китеп (был фараз ғына булырға тейеш), урамдың Хоҙайғоловтар яғы, ун бер йорт кәртә-ҡураһы менән, бер сәғәт эсендә көл-күмергә ҡала.

Бесән мәле була. Бөтә халыҡ Уралда сабында. Ауылда бала-саға, бесән эшенә йөрөй алмаған­дар ғына ҡалған. Ауыл осон­дағы мунсанан сыҡҡан ут өйҙәргә йәбешә башлай. Бер кешене табып, уны һыбай сабынлыҡҡа ебәрәләр.

Әминә Хоҙайғолованың йорто урта тирәлә булғас, ут килеп етмәҫ элек өйҙәге ике ҡыҙы, ун һигеҙ йәшлек ауырлы ҡыҙы Ғәшүрә (уның кейәүе Хәмитйән дә бесәндә була), ун дүрт йәшлек Сәмиға йорттағы нәмәләрҙе Һаҡмар буйына ташый башлай. Бөтә әйберҙе, ҡаралтыны сығаралар. Ауыл аша үтеп барған бер сатан ағайҙан баҙҙа ултырған бер батман майҙы сығарталар. Ут килеп еткәндә, өйҙә бер һандыҡ китап, аласыҡта ике сыт ҡорот ҡала. Йорттар, ҡарағас булғас, сатырҙап яна, ҡарағас ҡапҡалар, сыйылдашып, елгә асылып-ябылып яна.

Кирам Хоҙайғоловтың ҡарағастан эшләнгән һарайының ҡыйы­ғы эсендә ике пулемет йәшереп ултыртылған була. Ялҡын солғап алғас, пулеметтар атып-атып ебәрә, күрәһең, ҡороп ултыртып ҡуйылған булғандыр.

Йосоп бай Хоҙайғолов ул көнө өйҙә була. Ут сыҡҡанын ишеткәс тә, бар ауыл халҡының кейеҙҙәрен йыйҙырып, эркеттәрен алдырып, кейеҙҙәрҙе эркеткә һыулап, шуның менән өйҙәрен ҡаплатып, Хоҙайғо­лов­тарҙан бер үҙе генә донъяһын яндырмай алып ҡала.

Бесәндәгеләр килеп еткәнсе, ауылдың Хоҙайғоловтар яғы көлгә әйләнә. Илаған ҡайҙа ла сеңләгән ҡайҙа! Кирам ағайҙары ауан донъяһының урынында көл генә ятыуын күреп иҫтән яҙа. Иҫенә килеп, ҡалҡып тороп ултыра ла тағы иҫһеҙ ҡолай. Ете көн буйы шулай дауам итә. Ете көндә ете ҡорбан салалар. Һигеҙенсе көн генә Кирам тороп ултыра.

Әминә, тәбиғәте менән тыныс, аҡыллы кеше булараҡ, иламай, ярһымай ғына: “Хоҙай ҡушҡанын күрәбеҙ инде. Бер хәл дә итеп булмай”, – тип үҙен тыныс тота. Ләкин янғындың зыяны ике тырыш ҡыҙына ныҡ ҡына һуғыла: Ғәшүрәнең бәпәйе үле тыуа; Сәмиғаның ике ҡулы өс ай буйына балғалаҡ тоторға ла эшкинмәй, ә көйгәклек ғүмере буйына етә.

Йортһоҙ ҡалған Хоҙайғоловтар­ҙың ҡайһыныһы (Кирам, Бирғәле) ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы Түбә руднигына күсеп китә, ҡайһы береһе Асҡарҙа төпләнә. Әминә бәләкәй ҡыҙы Сәмиға менән Хәмитйән кейәүенең өйөнә килә.

Тик Йосоп байҙың ғына артабанғы тормошо икенсе боролош ала. Ул, кулак тип ғәйепләнеп, 1933 йылда Себергә ебәрелә. Шул алыҫ яҡтарҙа донъя ҡуя. Әминә Хоҙайғолова, минең өләсәйем, Сәмиға ҡыҙында 86 йәшенә тиклем йәшәп, 1970 йылда донъя ҡуйҙы.


Вернуться назад