Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында айырыуса киҫкен тора. Статистика буйынса, уттан ҡаза күргәндәрҙең 50 проценты — ете йәшкә тиклемге балалар, ә һәр алтынсы бәләнең сәбәпсеһе — сабыйҙар шуҡлығы.
Ер йөҙөндә һәр биш секунд һайын яңы янғын тоҡанып, кешеләрҙе хафаға һала. Йылына биш ярым миллиондан ашыу ут сығып, күпме матди байлыҡ юҡҡа сыға, кеше ғүмере ҡыйыла!
Дүртөйлө районында ошо йәһәттән балалар араһында аңлатыу эше киң йәйелдерелгән. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһендә көнкүрештә, урамда, юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре күнекмәләрен үҙләштереүгә ҙур иғтибар бирелә. Педагогтар ошо маҡсатта төрлө уйындар, әңгәмәләр, конкурстар үткәрә, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәттәре менән бәйләнеш тота. Ошо мөһим эштә әүҙемлек күрһәткән социаль приют бүлексәһе мөдире Рида Фәйзуллина яңыраҡ “Бөтә Рәсәй ирекле янғын йәмғиәте” ойошмаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.