Бөгөн кредитһыҙ кеше һирәктер ул. Әлбиттә, был эштең яуаплылыҡ талап иткәнен аңлау, алдан уҡ үҙеңдең хәлеңде, бурысыңды түләү мөмкинлегеңде самалау мөһим. Әммә тормошта төрлө хәлдәр килеп тыуыуы ихтимал – оҙайлы ауырыу, эшһеҙ ҡалыу һәм башҡалар.
Ил Президенты үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ошо йәһәттән граждандарҙы яҡлау өсөн закондарға нигеҙләнгән өҫтәмә гарантиялар кәрәклеген билдәләне.
– Килеменән яҙған кешеләр өсөн “ипотека каникулы” булдырырға тәҡдим итәм. Кешегә берҙән-бер торлағын һаҡлау, бурысын аҙағыраҡ түләү мөмкинлеген бирергә кәрәк. Быны бик уйлап эшләү зарур: финанс ойошмалар ҙа артыҡ зыян күрмәҫкә тейеш, шул уҡ ваҡытта кеше мәнфәғәтен дә оноторға ярамай, – тине Владимир Путин.
Шулай уҡ ил Башлығы хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә микрокредитлау баҙарында тәртип булдырырға, кешеләрҙе төрлө мутлашыуҙарҙан араларға ҡушты.