Шахтерҙарҙың ауырымау сере.ХIV быуат. Европа. Ҡоторонған чума был ҡитғалағы илдәрҙе бер-бер артлы ялмай. Тарихсылар раҫлауынса, ошо сир ул заманда 60 миллиондан ашыу (!) халыҡты һәләк итә, күп ҡалалар бөтөнләй кешеһеҙ ҡала. Әммә, ни ғәжәп, шахтерҙар араһында ниңәлер сирләүселәр аҙыраҡ. Уларҙың миҫалына эйәрепме, был афәттән ҡасып ҡотолорға теләпме, шахтаға төшөп ултырыусылар араһында ла тағунға бирешеүселәрҙең кәмеүен шәйләй башлайҙар. Баҡһаң, тоҙло һауаны еҫкәү был ауырыуҙы ҡурҡытырға, сигендерергә һәләтле икән...
– Шунан бирле тоҙ менән дауалау урындарын “шахта” тип йөрөтәләр, – ти Благовещен ҡалаһындағы Тоҙ шахтаһы менән дауалау үҙәге етәксеһе Руслан Шәйхуллин. – Бындай бүлмәлә үҙенсәлекле микромөхит барлыҡҡа килә, юғары дисперслы ҡоро аэрозоль тоҙо тын юлдарын бактерияларҙан таҙартырға һәләтле.
Ҡатыны Олеся менән уларҙың был шөғөлө социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡарай – бындай урында ҙур табыш көтөлмәй, ләкин хеҙмәт Благовещен халҡы өсөн бик кәрәк. Үпкә сиренән яфаланыусылар, мәҫәлән, ҡалала байтаҡ ҡына. Балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Беҙ бында ололарҙың да, бала-сағаның да бик теләп йөрөгәнен күрҙек. “Бер курс дауаланып алһам, ыңғай йоғонтоһо ярты йылға саҡлы етә”, – тине өлкән йәштәге ҡатын.
Бындағы тоҙ мәмерйәһе – республикалағы иң ҙурыһы. Утыҙ квадрат метр майҙанда ике тонна ярым тоҙ тупланған. Дауалау бүлмәһенең иҙәне йылытыла, шуға күрә унда балалар ҙа иркен ултырып уйнай ала, йылы тоҙға аяҡты тығып ултырырға ла кәңәш ителә.
Дауалауҙың йоғонтоһо нимәлә, тип һорағас, Беренсе Мәскәү медицина университеты профессоры Анатолий Стремоуховтың тәҡдимдәренә таянып, хужалар шулай тине:
– Беренсе-өсөнсө сеанстарҙа тын алыу юлында тоҙло аэрозоль киҫәксәләре туплана, өсөнсө-бишенсе тапҡыр дауаланғанда таҙартыу механизмы эшкә ҡушыла: йүткереү һәм тымау көсәйгән һымаҡ була, хатта температура ла бер аҙ күтәрелергә мөмкин, һөҙөмтәлә организм таҙарыныуға табан юл ала һәм артыҡ лайланы сығара башлай. Етенсе-ун икенсе тапҡыр ҡабул иткәндә, тоҙ инде таҙартылған ҡурылдайға тәьҫир итә, ҡан йөрөшөн тиҙләтә, уны файҙалы микроэлементтар менән байыта, артабан организмдың йоғошло вирустарға ҡаршы тороу һәләтен көсәйтә.
Әлбиттә, теләһә кем һәм теләһә ниндәй ваҡытта был дауаланыуҙы ҡабул итеүгә тотона алмай. Йоғошло сирлеләргә һәм юғары температура кисергәндәргә, йөрәк, бауыр, бөйөр ауырыуҙарынан яфаланғандарға, мәҫәлән, тоҙ шахтаһында булырға рөхсәт итмәйҙәр. Һәр хәлдә тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Әммә шул уҡ табиптар раҫлауынса, тоҙло һауаны еҫкәп дауаланыу һаулыҡты нығытыуға ҙур этәргес бирә ала, ул кеше организмындағы бөтә системаларҙың эшен йәнләндерә.
Табиптар бындай дауаны йылына ике-дүрт курс алырға тәҡдим итә, етмәһә, уға йөрөгәндә өҙөклөккә юл ҡуйырға ярамай икән, сөнки ошо тоҙ организмда туҡтауһыҙ туплана барғанда ғына дауа йоғонтоло буласаҡ.