“Баҡсабыҙға йәм дә, йән дә инде”, – тип һөйөнә тәрбиәселәр.Кескәйҙәрҙең дә донъяһы, өлкәндәрҙеке кеүек үк, күп яҡлы, сағыу ваҡиғаларға, иҫтә ҡалырлыҡ байрамдарға ифрат бай. Шулай булмаһа, иртән тороу менән яратҡан тәрбиәселәре эргәһенә барырға ашҡынып та тормаҫ ине бәләкәстәр.
Һабантуймы, Рәсәй, Балаларҙы яҡлау йә булмаһа Космонавтика көнөмө – кескәйҙәр һәр байрамды “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”) баҡсаһында ҙур әҙерлек менән ҡаршы ала. Тәрбиәселәр, балалар күңеленә изгелек, илһөйәрлек орлоҡтарын һалыу менән бергә, төрлө һөнәрҙәр хаҡында әңгәмә ҡороп, улар үҙләштерерлек мәғлүмәт менән таныштыра.
Асыҡ ишектәр көнө – ата-әсәләр өсөн көтөп алынған фәһемле ваҡиға, сөнки улар көн тәртибен ойоштороу, туҡланыу, балаларҙың ял һәм үҫеш шарттары менән яҡындан танышыу, шулай уҡ педагогтарҙан тейешле кәңәш алыу мөмкинлегенә эйә.
Бөтә ғүмерен ошо теремек, илгәҙәк, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан сабыйҙар тәрбиәләүгә арнаған Регина Исламова капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән йорттоң ҡайнап торған тормошо менән таныштырҙы.
– 1954 йылда һалынған бинаның ниндәй хәлдә булғанлығын аңлайһығыҙҙыр. Ремонт эштәре 26 миллион һумға тиерлек төштө. Йыһазландырыуға, уйынсыҡтар алыуға йәнә дүрт миллион һум тотонолдо. Йылылыҡ, һыу селтәрҙәре алмаштырылды, йорттоң ҡыйығы яңыртылды, иҙәндәр ҙә, стеналар ҙа хәҙер өр-яңы. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса ла ҙур эш башҡарылды: ҡартайған ағастарҙы ҡырҡтыҡ, уңдырышлы ҡара тупраҡ килтереп, сәскә клумбалары яһаныҡ, балалар өсөн уйын ҡорамалдары ҡуйҙыҡ. Ҡалабыҙҙың бөтә белгестәре тиерлек “Аҡсарлаҡ”ты әкиәт донъяһына әүерелдереү өсөн тырышлыҡ һалды, фантазияһы, идеялары менән уртаҡлашты. Туймазының “Стройрегионсервис” компанияһы етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баҡсабыҙҙың эсен дә, тышын да гөл иттеләр, – тип һөйөнөп бөтә алмай Регина Исламова.
Бөгөн алты төркөмдә 140 бала тәрбиәләнә. “Аҡсарлаҡ”ҡа эләгеү өсөн электрон сират булдырылған. Ата-әсәләр сабыйҙарын туҡландырыуға көнөнә 106 һум түләй. Коллектив бөтә тейешле педагогтар, тәрбиәселәр менән тулыһынса тәьмин ителгән. Хәүефһеҙлек саралары ла уйланылған. “Кер йыуыу, үтекләү кеүек эштәр аутсорсингка тапшырылғас, мәшәҡәттәр бер аҙ еңеләйҙе, үҙебеҙҙең төп бурысыбыҙҙы үтәүгә иғтибарыбыҙ артты”, – ти Регина Венер ҡыҙы.
“Аҡсарлаҡ”тың өлкән төркөмөндә бөгөн айырыуса күңелле. Аделинаны һәм Каринаны тыуған көндәре менән ҡотлап, кескәйҙәр үҙҙәренең маһирлығын күрһәтә, бер-береһенә йылы һүҙ әйтергә, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәнә.
– Оло йортобоҙҙоң ҡото ла, биҙәге лә бит ул – балалар. Кескәйҙәрҙең шат тауышы яңғырап торған, ғаилә йылылығы хөкөм иткән татыу мөхиттәге хеҙмәт бары кинәнес кенә килтерә беҙгә, – ти тәрбиәселәр.