Сираттағы “Һаулыҡ сәғәте” һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса күрелгән саралар хаҡында барҙы. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров квартал һайын ошо мәсьәләнең барышы тураһында отчет биреүҙе талап итте.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин мөһим сараларҙың береһе булған “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса бирелгән компенсация түләүҙәре хаҡында һөйләне. Быйыл 65 фельдшер — 500-әр мең һум, ә 249 табип берәр миллион һум аҡса аласаҡ. “Башҡортостан фельдшеры” программаһын тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Өҫтәүенә төбәк-ара үҙәктәргә эшкә килгән ҙур ихтыяж менән файҙаланған 125 табип шулай уҡ берәр миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ.
Маҡсатлы килешеү буйынса уҡыған студенттарға биш мең һум күләмендә стипендия ҡаралған, ә ординаторҙар өсөн — һигеҙ мең һум.
Максим Забелин билдәләүенсә, ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһендә 2018 йылдың октябренән белгестәрҙең дөйөм һанын йөҙ кешегә арттыра алғандар.
Кадрҙар ҡытлығын тулыландырған төп сығанаҡ, әлбиттә, белем биреү учреждениеларын тамамлаған ҡыҙ һәм егеттәр. Әле Башҡорт дәүләт медицина университетында ауыл райондарында үҫкән 4005 студент уҡый. Алдағы өс йылда шуларҙың 1050-һе райондарҙағы һәм ҡалаларҙағы үҙәк дауаханаларға эшкә урынлашырға теләк белдерә.
Быйыл республиканың район һәм ҡалаларына медицина колледждарын тамамлаған 900-ҙән ашыу шәфҡәт туташы һәм фельдшер ебәреләсәк. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләү өсөн өҫтәмә рәүештә йыл һайын 80 фельдшерҙы уҡытып сығарырға ҡарар ителде.
18 медицина учреждениеһын төҙөүгә һәм үҙгәртеп ҡороуға 3,8 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Шулай уҡ быйыл Языков үҙәк район дауаханаһының дауалау корпусына төкәтмә, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында балалар поликлиникаһы төҙөү ҡаралған.