Ҡыштың икенсе яртыһы — ҡоштар өсөн ауыр осор: ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙағы орлоҡтар ашалып бөткән, миләш тә күптән ҡойолоп ҡар аҫтында ҡалған. Бер иреп, бер туңған ҡаты ҡар ҡатламы аҫтынан аҙыҡ эҙләүе лә ауырлашҡан мәл.
Шуға күрә Дүртөйлө районының белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнашлығында “Ҡоштарға ярҙам ит” акцияһы үткәрелде. “Ҡоштар өсөн ҡышҡы ашхана”, “Башҡортостан ҡоштары” һәм “Тағараҡ янында” номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Иң яҡшы эштәр грамоталар менән билдәләнде, “Буратино” магазины әҙерләгән бүләктәргә лайыҡ булды.