Пенсия системаһында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Ни өсөн дәүләт әсәлек капиталын ҡулаҡса менән биреүгә ҡаршы? Сертификатты ни өсөн ғаиләгә бик кәрәкле техника, мәҫәлән, автомобиль алыуға тотонорға ярамай? Йәштәр киләсәктәге пенсияһын нисек арттыра ала? Дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарына ышаныс бармы? Йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә борсоған социаль мәсьәләләрҙең аҙ ғына өлөшө былар.
Уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарын, үтенестәрен иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ менән туранан-тура һөйләшеү ойоштора.
“Тура бәйләнеш” 15 июндә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем эшләйәсәк. 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратыуҙар көтәбеҙ. 272-35-01 телефоны буйынса һорауҙарығыҙҙы алдан уҡ еткерә алаһығыҙ. Уңайлы аралашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!