Нуриман районында яңы күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы, ул үҙенең тәүге эш сәфәренә – Ҡыҙыл Бәрйәү ауылына барып ҡайтҡан да инде.
“ПАЗ” автобусына урынлаштырылған был дауалау пункты бөтә тейешле ҡорамалдар, шул иҫәптән – дефибриллятор, ИВЛ аппараты, лаборатория экспресс-системалары, гинекология креслоһы, медицина һыуытҡысы һәм башҡалар менән йыһазландырылған. Күсмә бригада терапевт, фельдшер, гинеколог, ЭКГ һәм ҡанға анализ яһаған шәфҡәт туташынан тора.