Маҡсат – төплө белем биреү, һау балалар тәрбиәләү26.02.2019
Ҡаҙаныштар ҙа, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар.

“Торатау” конгресс-холында нәҡ Халыҡ-ара туған тел көнөндә Башҡортостан Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда 2018 йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың һүҙҙәренә ҡара­ған­да, бөгөнгө сараға байрам тип тә, эш тип тә ҡарарға мөмкин. “Милләт йәш­ле­ге” төбәк йәмәғәт фонды төрлө проект­тарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, улар һаулығы буйынса мөм­кинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтә, коррекцион мәктәптәр менән ныҡлы бәйләнеш урынлаш­тырған.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы бер нисә мәктәпкә спорт ҡорамалдары алыуға хоҡуҡ биргән йөҙ мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Бәләбәй, Стәрле­тамаҡ һәм Өфө райондарындағы белем усаҡтарына бирелде улар.

– Ғаилә мәсьәләһе – дәүләт сәйә­сәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең бе­реһе, балалар баҡсаһындағы тәрбиә­не бер нимә лә алмаштыра алмай, – тине республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

Ленара Хәким ҡыҙы Пенза өлкәһенең балалар баҡсаһын миҫал итеп кил­терҙе. Төбәктә балалар баҡсаларында “Ғаилә көнө” даими ойошторола икән. Кисәгә ата-әсәләрҙе лә йәлеп итеп, төрлө сетерекле проблемалар тура­һында һөйләшәләр, бынан һуң инде кескәйҙәргә мөнәсәбәт күпкә яҡшырған, ялыуҙар ҙа ярайһы кәмегән.

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин билдәләүенсә, республикала мәғариф системаһы үҫеш юлында һәм өлкәнең ҡайһы бер тармаҡтарында ҡаҙаныштар күҙәтелә.

– Балалар баҡсаһы янында консультация үҙәктәрен ойоштороу уңышлы алымдарҙың береһе, был эжште Рәсәй кимәлендә лә хупланылар, – тине Айбулат Вәкил улы. – Үҙ сиратында, рәттән икенсе йыл мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары гранттар отто. Бөрө ҡалаһындағы “Йылмайыу” һәм Өфө ҡалаһындағы 212-се балалар баҡсаһы шуға асыҡ дәлил.

Әле республикала балалар баҡсаларына өс йәштән ете йәшкә тиклемге 239 мең сабый йөрөй. 2021 йылға хәтлем 49 балалар баҡсаһы төҙөп файҙаланыуға тапшырыу эш планына ингән – был кескәйҙәр учреждениеларына сиратты кәметеүгә килтерәсәк. “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһын һәм “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу – шулай уҡ алға бер аҙым.

Айбулат Вәкил улы әйтеүенсә, ике сменалы мәктәптә уҡыу – киҫкен мәсьәлә, йыл аҙағына бер сменалы мәктәптәр һаны артасаҡ. Былтыр бөтәһе дүрт белем усағы төҙөлгән. Республикабыҙҙың 21 муниципаль берәмегендә ике сменалы мәктәптәр бөтөнләй юҡ, ә 14-ендә бер сменала уҡыуҙы ойоштороу мәсьәләһе киҫкен тора. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 2 458 уҡыусы балаға һәм 90 мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ һәм малайға иҫәпләнгән дүрт мәғариф учреждениеһы төҙөлгән.

– Һәләтле балалар менән эшләү Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күҙәтеүе аҫтында һәм республикабыҙ Хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә тотола, – тип дауам итте һүҙен Айбулат Вәкил улы. – 2018 йылда Башҡортостанда һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһы раҫланды. Уның нигеҙендә хәҙер бөтөнләй яңы формат буйынса эш алып барыла. Быйыл айырыуса был өлкәгә өр-яңы һулыш бирелергә тейеш.

Мәғариф етәксеһе уҡыусы балаларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында һүлпән ҡатнашыуына борсолоу белдерҙе. Аныҡ һандар был турала һөйләй. Былтыр 98 егет һәм ҡыҙ ғына йомғаҡлау этабына сыға алған, унда ла ни бары 29 призлы урын алғандар.

Ә бына былтыр республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары янында ике предуниверсарийҙың асылыуы ысын мәғәнәһендә ҙур яңылыҡ булған.
– Уҡыусы балалар араһында психологик тетрәнеүҙәрҙе асыҡлау маҡсатында тест үткәрелде, – тине Айбулат Хажин. – Артабан көсөргәнешле хәлдәрҙе кәметеү буйынса төрлө йүнәлештәге саралар күрелә. “Хәүеф төркөмө”нә ингән балалар менән педагогтар, психологтар эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Бөгөн белем усаҡтарында буллинг күренеше ҙур хәүеф тыуҙыра.

Башҡортостанда балаларҙы мәктәп автобустары белем усағына тиклем алып бара, йортона илтеп ҡуя. 2018-2019 уҡыу йылында был тәңгәлдә 1 321 транспорт йәлеп ителгән, былтыр тағы ла яңы 183 техника берәмеге алынған.

– Беҙҙә граждандарға туған телендә белем алыу, туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған, – тине телмәр тотоусы. – Башҡорт телен, туған телдәрҙе өйрәнеү – етәкселәрҙең дә, педагогтарҙың да, ата-әсәләрҙең дә, ҡыҫҡаһы, һәр беребеҙҙең төп бурысы.

Айбулат Вәкил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре федераль әсбаптар исемлегенә индереү өсөн республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы ҙур тырышлыҡ һалған.

– Тиҙҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында милли мәғариф мәсьәләләре уртаға һалып һөйләшелер, – тине министр вазифаһын башҡарыусы.

Коллегия ултырышында шулай уҡ педагогтарҙың эш хаҡы, Берҙәм дәүләт имтиханы, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы, һәм башҡа мәсьәләләр тураһында ентекле һөйләшеү булды.


Вернуться назад