Ирҙәр байрамында – ысын ирҙәр араһында26.02.2019
Быйыл республикала Ватанды һаҡлаусылар көнө киң билдәләнде.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы саралар йома “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе – тәбрикләү менән башланып китте. Кисәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

– 23 февраль – хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте булған һәр кем өсөн ҙур байрам, – тине төбәк етәксеһе. – Шул иҫәптән минең өсөн дә. Армия йылдарын һәр ваҡыт йылы тойғолар аша иҫкә алабыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ менән осрашабыҙ. Ошо көндә, ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, кәрәк булһа, илебеҙҙең үҙен һаҡларға әҙер тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ.


Радий Фәрит улы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, Афғанстанда, Чечняла һәм башҡа яуҙарҙа ҡатнашҡан яугир-интернацио­налистарҙы иҫкә алып үтте, улар менән ғорурланыуын белдерҙе.

Артабан Радий Хәбиров лайыҡлыларға Башҡортостандың юғары наградаларын – Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендарын, республиканың Почет грамоталарын тапшырҙы.

Шул уҡ көндө Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо: “Торатау” конгресс-холына Бөйөк Ватан һуғышы, локаль хәрби низағтар, армия һәм флот ветерандары саҡырылды.

– Йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан һеҙҙең менән ошондай осрашыу үткәрәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Быны Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған барлыҡ кешеләргә ихтирам йөҙөнән эшләйбеҙ.


Тантаналы ҡабул итеүҙә Рәсәй Геройҙары Рафиҡ Ихсанов, Николай Злобин, Риф Сәхәбетдинов, республика биләмәһендә урынлашҡан хәрби подразделениелар командирҙары һәм хеҙмәткәрҙәре, төбәктәге хәрби уҡыу йорттары етәкселәре, алдынғы курсанттар, кадеттар, йәмәғәт һәм ветеран ойошмалары, эҙләү отрядтары вәкилдәре ҡатнашты.

23 февраль көндө республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлыҡтарына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Радий Фәрит улы шулай уҡ стела эргәһендәге тыуған Ишембай районы батырҙарына арналған мемориаль комп­лексҡа сәскә һалды.

Байрам көнөндә Радий Хәбиров хәрбиҙәр менән осрашты. Ул Шишмә районының Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер бригадаһында булды. Радий Хәбиров офицерҙарға, сержанттарға һәм рядовойҙарға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

– Ирҙәр байрамын Ватандың ысын һаҡсылары менән ҡаршылауыма шатмын, – тине ул. – Рәсәй Хәрби Көстәренең бер төрө лә үҙенең хәрби бурыстарын сапер-инженерҙарһыҙ үтәй алмай. Беҙҙең 12-се бригада – инженер подразделениелары араһында иң алдынғыларҙың береһе. Һеҙгә яҡшы хеҙмәт, ныҡлы һаулыҡ теләйем.

Радий Хәбиров хәрби часҡа медиа-ҡорамал алыуға сертификат бүләк итте.
Байрам уңайынан тағы ла бер мөһим сара булды – Башҡортостан менән “Георгий Победоносец” ҙур десант карабы араһында шефлыҡ бәйләнеше булдырылды. Был хаҡтағы килешеүгә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән карап капитаны Андрей Жарков ҡул ҡуйҙы.

Республика Хөкүмәте диңгеҙ судноһына килешеү буйынса хеҙмәт итеүгә ебәреүгә лайыҡлы кандидаттар һайлауға булышлыҡ итәсәк, экипаждағы төрлө мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ унда Башҡортостандың ижади коллективтары концерттар менән киләсәк. Ә экипаж ағзалары хеҙмәттән ирекле ваҡытта республиканың уҡыу йорттарында, предприятиеларында уҙған хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад