Брифингта – һуңғы яңылыҡтар25.02.2019
Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп тороу маҡсатында брифингтар үткәреү дауам итә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Александр Лопухов әйтеүенсә, үткән тәүлектә бөтәһе 49 махсус лаборатория тикшеренеүе үткән, шуның алтыһы төнгө ваҡытҡа тура килгән.

– Граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса айырым урындарға алты тапҡыр күсмә лаборатория сыҡты, – тине ул. – Чернышевский урамы, 5 адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә көкөрт диоксидының миҡдары норманан 10,5 тапҡыр артҡаны теркәлде. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре 63 йортта булып, һауала көкөрт диоксидының артыуы күҙәтелгән осраҡ һәм янғынды иҫкәртеү саралары буйынса 96 аңлатыу эше үткәрҙе.

Ҡалала Өфө табиптары сирлеләрҙе ҡарауҙы дауам итә. Әле дауаханала 18 медицина белгесе эшләй. Бөгөн улар 148 ауырыуҙы ҡабул иткән.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы вәкиле Александр Пономарев белдереүенсә, карьерға һыу ағыҙыу эше дауам итә.


Вернуться назад