Таш эшкәртеүселәр ҙә ҡышҡы йоҡоға талғанмы? Әллә...25.02.2019
Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡтың Темәс ауылы халҡы менән аралашып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлағандан һуң урындағы карьерҙарҙың эшен етди күҙәтеү аҫтына алырға ҡушҡайны.

Был һөйләшеүгә байтаҡ ваҡыт үтте, тейешле етәкселәр урындарға барып “ҡара ҡаҙыусылар” менән көрәшеп, күбеһенең эшен туҡтатыуға өлгәште.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә: “Баймаҡта рөхсәтһеҙ таш эшкәртеүселәр ҡалманы, карьер эшендә тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе.

Бөгөн шулай уҡ районда бер төркөм белгестәр ҡатнашлығында Темәс ауыл биләмәһенә ҡараған Әмин, Сәксәй, Талашты участкаларындағы карьерҙар буйлап йәнә рейд ойошторолдо.

Темәс ауыл Советы башлығы Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, таш эшкәртеүселәр өсөн әле миҙгел ябылып тора.

“Биләмәлә өс эшҡыуарҙың тәбиғәт байлығын сығарыуға рөхсәт ҡағыҙы бар. Улар ауылда үткәрелгән һәр сараға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, – ти етәксе. – Әлбиттә, “ҡара ҡаҙыусылар” ҙа юҡ түгел, уларға ҡаршы даими эш алып барыла. Был йәһәттән барыһын да контролдә тотоу маҡсатында сходта инициатив төркөм һайланды. Махсус техника булмаһа ла, әүҙем йәмәғәтселәр үҙ ҡаргиҙәрҙәрендә карьерҙарҙы тикшереп сыға. Миҙгел асылыуға етди әҙерлек эштәре алып барабыҙ”.

Был һүҙҙәргә Темәс ауылы урмансыһы Иҙел Ситдиҡов та ҡушылды: “Полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 108 патруль тикшереүгә сыҡтыҡ. Тәбиғи таш эшкәртеүселәр асыҡланманы, карьер эше менән шөғөлләнгәндәр табылманы. Махсус техника юҡлығы һәм быйыл ҡарҙың ҡалын булыуы сәбәпле биләмәне тулыһынса күҙәтеү мөмкин түгел”.

– Төбәктәге файҙалы ҡаҙылмаларға рөхсәтһеҙ тейгәндәрҙең бер нисәһенә ҡаҙған карьерҙарын рекультивациялау бурысы ҡуйылды – был турала прокуратуранан махсус комиссияның ҡарарҙары ебәрелде, – ти Баймаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин. – Яҡын арала Темәс янына ике яҡҡа киткән юлды күрһәтәсәк видеоҡоролмалар урынлаштырыласаҡ, ул йөк ташыған машиналарҙы онлайн режимда күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк.

Әле Темәс янындағы карьерҙар эше ваҡытлыса туҡталғанмы, әллә улар ҙа “ҡышҡы йоҡоға талғанмы” – ваҡыт күрһәтер. Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеүгә күп ҡалманы...


Вернуться назад