Учалынан көс алып, яратҡан Сибайҙы һағынып...25.02.2019
Сибай уҡыусылары республиканың төрлө шифаханаларында һаулығын нығытыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә уларҙан йәнә бер төркөм йәмле Учалы районынан яңы көс-ҡеүәт туплап ҡайтты.

“Урал” шифаханаһында булды улар. Тәрбиәсе Лилиә Ишкилдина әйтеүенсә, ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙен бик яҡшы, тәртипле тотҡан. Ата-әсәһенән тәүге тапҡыр айырылып, яңғыҙ килеүҙәренә ҡарамаҫтан, көйһөҙләнеп йөрөмәгәндәр. Әлбиттә, шифахана хеҙмәткәрҙәре күңелһеҙләнергә юл да ҡуймаған: балаларҙың ун көнөн файҙалы үткәреүгә бар көсөн һалған.

Уҡыусылар араһынан Элина Хисмәтуллина (фотоһүрәттә) менән һөйләшәбеҙ. Ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге юҡ: рәхәтләнеп ял иткән, яңы дуҫтар тапҡан, ғөмүмән, бик ҡәнәғәт.

“Беҙҙе шул тиклем яҡшы ҡабул иттеләр, – ти Элина. – Тәрбиәселәр көн һайын төрлө кисәләр, ярыштар ойошторҙо. Бассейнда рәхәтләнеп йөҙҙөк, һауыҡтырыу процедуралары алдыҡ. Дәресте лә ҡалдырманыҡ. Шулай ҙа ата-әсәйҙәребеҙҙе, дуҫтарыбыҙҙы, яратҡан ҡалабыҙ Сибайҙы һағынып ҡайттыҡ”.

Әле Учалыға сираттағы төркөм, 19 кеше, юлланды.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Ишемғолованың әйтеүенсә, ҡала буйынса әле барлығы 396 бала сәләмәтлеген нығыта. 10 мартта тағы 250-һе Ҡырымға юлланасаҡ, шулай уҡ “Аҡбуҙат”, “Һаҡмар” шифаханалары ла көтә Сибай балаларын.

Ҡайҙа ғына булһалар ҙа, йәш быуын яратҡан ҡалаһын һағынып, ашҡынып ҡайта. Үтә ҡәҙерле, яҡын уларға тыуған төйәге.


Вернуться назад