Күптән түгел киң мәғлүмәт сараларында Сибай ҡалаһында йәшәгән баланың көкөрт диоксиды менән ағыуланыуы тураһында мәғлүмәт донъя күргәйне. Ошо айҡанлы прокуратура тикшереү үткәргән. Асыҡланыуынса, быйыл февралдә ун йәшлек бала әсәһе менән Өфөнөң 17-се дауаханаһына тымау, йүткереү һәм хәлһеҙлек менән мөрәжәғәт иткән. Табиптар малайға тикшереү һәм дауалау билдәләгән.
“Тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, бала көкөрт диоксиды йәки башҡа токсик матдәләр менән ағыуланмаған булып сыҡты”, – тип хәбәр иттеләр ведоствонан.
Прокуратура төбәк “Росздравнадзор”ынан балаға ҡуйылған диагнозға ярашлы күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын тикшерергә ҡушты.