Музейҙар һалымдан ҡотола25.02.2019
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары төҙөүгә һәм үҙгәртеп ҡороуға 17 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, ә илдең бәләкәй ҡалаларында мәҙәниәт үҙәктәрен үҫтереүгә тағы ла алты миллиард һум йүнәлтеләсәк.

Был шатлыҡлы хәбәрҙе ил Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Медицина һәм белем биреү ойошмалары табышҡа һалынған һалымдан тулыһынса азат ителә һәм был яңылыҡ төбәк, муниципаль музей, театр һәм китапханаларға ла ҡағыласаҡ. Ә алынған табышты эш хаҡын арттырыуға йүнәлтергә мөмкин буласаҡ.





Вернуться назад