Эш хаҡы артырға тейеш25.02.2019
Ил Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә табип, фельдшер һәм шәфҡәт туташтарына ҙур хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Был хеҙмәт эйәләренә, шулай уҡ тәрбиәселәр, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иңенә мөһим бурыстар йөкмәтелгән, улар лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш, тип билдәләне етәксе “Бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡы артабан да үҫергә тейеш, шулай уҡ эш сифаты ла...” — тине Владимир Путин.


Вернуться назад