Ҡоштарға һунарҙы тыйырға итәләр25.02.2019
Рус география йәмғиәте Башҡортостанда һыу ҡоштарына яҙғы һунарҙы тыйырға тәҡдим итә.

Йәмғиәт ағзалары Радий Хәбировҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уларҙың фекеренсә, яҙғы һунар осоронда браконьерлыҡ көсәйә, махсус һаҡланған ҡоштарҙы күпләп аулайҙар, бала сығарырға ултырған ҡоштар тынғыһыҙлана, шуға күрә ошондай сикләү сараһын ғәмәлгә индерергә кәрәк.

Әйткәндәй, Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә һыу ҡоштарын яҙын ауламайҙар. Ундайҙарға Алтай, Краснодар, Красноярск һәм Ставрополь крайҙары, Әстрхан һәм Омск өлкәләре, Ҡалмыҡстан, Хакасия, Төньяҡ Осетия һәм Ҡырым инә.




Вернуться назад