Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә интернет тураһында былай тине:
– 2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башланыҡ, ул саҡта технология бөтөнләй бүтәнсә ине. Эйе, бөгөн улар боронғо һынала, үҙ сиратында, беҙҙең алда яңы бурыстар тора. 2021 йыл аҙағына илебеҙҙең бөтә мәктәптәре лә интернетҡа тоташтырылыуҙан тыш, уларҙа юғары тиҙлектәге интернет булырға тейеш.
Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, әле кеҫә телефонынан тыш, интернет ҡулланмаған уҡыусы баланы күҙ алдына килтереп булмай. Тиккә генә кибернетика быуаты, тимәйҙәр.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир ҒӘЙНУЛЛИН:
– Ил Президенты Владимир Путин көнүҙәк мәсьәлә күтәрә, тәҡдимдәрен хуплайым. Хәҙер интернет мәктәп уҡыусыһы өсөн һулаған һауа шикелле кәрәк. Ул ҡыҙ һәм егеттәргә мәғлүмәт алыу тәңгәлендә ҙур мөмкинлектәр аса. Бала ҡайҙа ғына уҡымаһын, интернет менән тигеҙ ҡулланырға тейеш.