Тап шундай һорау борсой Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙе. Сөнки улар ял һайын Үҙәк баҙарға сығып, үҙҙәренә оҡшаған ит һәм һөт, балыҡ ризыҡтарын һатып алырға күнеккән. Һуңғы осор ҡалалағы экологик хәл Сибай халҡын бер аҙ уйландырмай ҡалмаған.
Сибай ҡалаһының Ветеринар хеҙмәте етәксеһе Ришат Йәнтүрин белдереүенсә, ҡала халҡының борсолоуы урынһыҙ. Сөнки бөгөнгө экологик хәл ауыл хужалығы тауарҙарында бөтөнләй сағылмай. Ветеринария белгестәре сауҙаға сығарылған һәр ризыҡты ентекле тикшерә. Киреһенсә, ҡала баҙарында сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукттар һатыла.
Һәр йәкшәмбе һайын Үҙәк баҙарҙа урындағы йүнселдәрҙән башҡа, күрше Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр районынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән килгән фермерҙар һәм эшҡыуарҙар һатыу итә. Кемдер тап бында татлы һәм сифатлы, хәләл ит ризыҡтарын һайлаһа, икенселәр, Ырымбурҙан килтерелгән колбаса изделиеларын ҙур теләк менән һатып ала. Шулай уҡ ауыл уңғандары әҙерләгән һөт ризыҡтарына — ҡорот, эремсек, ҡаймаҡҡа һорау ҙур.
Мәҫәлән, Сибайҙа оҙаҡ йылдар йәшәүсе Рәзилә Йәғәфәрова баҙарҙан ғына ит һатып алыуын белдерҙе.
“Һәр ялды байрам көткән кеүек көтөп алам, аҙна һайын баҙарға сығам. Кешеләр менән аралашам, ауылдан алып килгән ит, һөт ризыҡтарын һатып алам. Бер аҙнанан йәнә киләм. Хаҡтары менән дә ризамын, сифаты ла яҡшы”, — ти ул.