Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылындағы “Кулибин” иҫке автомобилдән тауға менеү ҡулайламаһы яһаған.
Хәҙер урындағы балалар тау түбәһенә рәхәтләнеп күтәрелә. Уйлап табыусы ҡулайламаһының нигеҙе итеп “ВАЗ-2107” машинаһын алған.
“Күтәргесте атайым менән бергә яһаныҡ. Иң мөһиме – эшкә тотоноу, идеялар, алымдар үҙе башҡа килә ул”, – тип яҙған Instagram селтәрендәге сәхифәһендә видео авторы.
Социаль селтәрҙә видео ҙур танылыу яулай бара. Күптәр ҡулайламаға ыңғай баһа бирә, ә ҡайһы берәүҙәр хәүефһеҙлек йәһәтенән эшләп еткерергә тәҡдим итә.