Фельдшерҙарға – планшеттар25.02.2019
Фельдшерҙарға – планшеттар2019 йылда “Ашығыс ярҙам” фельдшерҙары өсөн 305 планшет алыу күҙаллана. Был саҡырған урында уҡ пациенттарҙың электрон медицина карточкаһын онлайн режимда ҡарай алыу өсөн эшләнә.

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин хәбәр итте. Ул республикала берҙәм мәғлүмәт һәм диспетчер хеҙмәте системаһын булдырыу тураһында ла әйтте. Был – ашығыс ярҙам бригадаһының ниндәй биләмәгә ҡарауына ҡарамаҫтан, пациентҡа иң яҡыны килеп етһен өсөн эшләнә.

Әлеге мәлдә 57 медицина ойошмаһында 305 ашығыс ярҙам бригадаһы эшләй. Ете ауыл районында сменаһына бер бригада, 14 районда – ике бригада сыға.




Вернуться назад