“Инцидент” ярҙам итә25.02.2019
Өфөләге һәр йорт ихатаһында тиерлек ташландыҡ машиналар бар. Улар коммуналь хеҙмәттәргә эшләргә ҡамасаулай. Халыҡтан да ошоға бәйле ялыуҙар күп килә.

Социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен “Инцидент” системаһы теркәй. Мәҫәлән, Өфөнән берәү 21-се дауаханаға илткән юлда ҡалдырылған хужаһыҙ автомобилгә, дауалау учреждениеһына үтеү мөмкинлеге сикләнеүгә зарлана.

Үткән аҙнада баш ҡаланың Совет районында 65 мең кубометр ҡар ситкә сығарылған. Ҡар таҙартыуға ҡамасаулаған машиналарҙың хужаларын асыҡлауға күп ваҡыт сарыф ителмәһә, был һан байтаҡҡа юғарыраҡ булыр ине.





Вернуться назад