Белгестәр әҙерләнә25.02.2019
Өфө дәүләт нефть техник университетында студенттарҙы маҡсатҡа ярашлы әҙерләүҙең сираттағы программаһы ғәмәлгә инде. Ул быйыл СИБУР-ҙың өс предприятиеһы: “СибурТөмәнГаз”, “ЗапСибНефтехим” һәм “ПОЛИЭФ” өсөн белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелә.

Төркөмдәргә бакалавриаттағы III-IV курс һәм магистратуралағы I-II курс студенттары араһынан һайлап аласаҡтар. Химик технология, етештереүҙе автоматлаштырыу, технологик машиналар һәм ҡорамалдар, химик анализ кеүек йүнәлештәр буйынса 13 кеше уҡытыла.

– Университеттың СИБУР компанияһы менән хеҙмәттәшлеге юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү йәһәтенән киң мөмкинлектәр аса, – тине вуздың уҡыу-уҡытыу буйынса проректоры И. Ибраһимов.


Вернуться назад