Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй...25.02.2019
“Беҙҙәге күп фатирлы йорттарҙа 50 мең подъезд бар, шуның 26 меңе, яртыһы тиерлек, иҫке, тәҙрәләре сереп бөткән, бысраҡ. Подъездарҙы биш йылға бер төҙөкләндерергә кәрәк,ә асылда иһә уларҙың ҡайһы берҙәре унар йыл дауамында ағартылмаған, буялмаған”, тигәйне Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙағы подъездарға ҡағылышлы кәңәшмәлә.

Сибай ҡалаһында ла был тәңгәлдә эш башланды. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙе шәхсән йорт ихаталарын һәм подъездарҙы ҡарап сыҡты, унда йәшәүселәр менән осрашты. Ҡала етәкселегенә халыҡ үҙе йәшәгән йорт подъездары хаҡында белдерҙе, уларҙың күбеһенең хәле насар икәнлеге әйтелде, йылдар буйы ремонт күрмәгән подъездар телгә алынды.

2019 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда подъездарҙы комплексы ремонтлау программаһына ярашлы, сибайҙар ҙа был проектты хуплап ҡаршы алды. Әле төҙөкләндереү планына кергән йорттарҙа дөйөм йыйылыштар үтә, башҡарыласаҡ эштәр исемлеге асыҡлана. Әйткәндәй, Сибайҙа 25 йорттоң 80 подъезын төҙөкләндереү планлаштырыла. Яҡынса был эшкә 22 миллион һумға яҡын аҡса сарыф итеү ҡарала, сығымдарҙың 90 проценты — республика , 10 проценты ҡала ҡаҙнаһынан түләнәсәк.

Май сүлмәге тышынан билдәле, ти халыҡ мәҡәле лә. Йорттар тыштан да, эстән дә балҡып торорға, унда йәшәүселәр матурлыҡты һәм таҙалыҡты һаҡларға, уны булдырыуҙа ярҙам итергә лә бурыслы. Шул сағында ғына йәшәгән еребеҙ матур, бөхтә һәм таҙа буласаҡ.


Вернуться назад