Һин юҡ, ауыр...25.02.2019
Зариф Хилажевтың һауығып өйөнә ҡайтыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул Инстраграмдағы үҙенең сәхифәһендә ҡот осҡос атышта ҡорбан булған ҡатыны Гөлсиәгә арнап, мөхәббәт хаты яҙған.

“Ун йыл элек һин үҙеңдең һылыулығың, сағыу тауышың менән минең тормошомдо биҙәп килеп ингәйнең. Һинең минеке булырыңды белдем, тап шулай килеп сыҡты ла. Ошо матур йылдар, мөғжизәле балалар, түҙемлегең, иҫтәлекле көндәр бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, яҡыным... Һин юҡ, ауыр. Быға ышанғым килмәй, һин һәр ваҡыт минең янымда ҡаласаҡһың... яныбыҙҙа, минең йөрәгемдә, беҙҙең балаларыбыҙ күҙҙәрендә... Яратам...”


Фотоларҙа ихлас йылмайып торһа ла, күҙҙәрендә бөтмәҫ һағыш Зарифтың. Уға ныҡлы һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйек.


Вернуться назад