Ауыл уҡытыусыһына – бер миллион һум!25.02.2019
Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, унда мәғариф тармағының бер нисә төп йүнәлешенә баҫым яһалды.

Ысынлап та, мәғариф – ил етәкселегенең иғтибар үҙәгендә, педагогтар төрлө йүнәлештә дәүләт ярҙамын ала. Владимир Владимирович дәртләндереү сараһы булараҡ, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы тураһында һөйөнөслө хәбәр еткерҙе.

– 2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын асырға уйлайбыҙ, – тине ил башлағы. – Уның нигеҙендә ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә барған педагогтар бер миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ.


Римма УТЯШЕВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһына табиптар һәм мөғәллимдәр алдында баш эйергә ҡушҡан, тиҙәр. Мин үҙем – врач, уҡытыусы һөнәрен һайлаған туғандарым бар. Райондарға йыш сығам, эшҡыуарҙар менән һөйләшкәндә, улар фельдшер-акушерлыҡ пункттары, башҡа объекттар төҙөлөүенә рәхмәт әйтә, шул уҡ ваҡытта ауыл мәктәбенең мөһим урын тотоуы, ауыл уҡытыусыһының абруйы тураһында ла фекерҙәрен әйтә. Ил Президенты Владимир Путиндың мәғариф тармағын ярҙамдан өҙмәүе – яҡты киләсәкте күҙаллауына тиң.


Вернуться назад