Эш кәрәкме?25.02.2019
28 февралдә Өфөлә сәнәғәт предприятиелары вакансиялары йәрминкәһе үткәрелә. Осрашыу урыны үҙгәрешһеҙ – Ибраһимов бульвары, 47/1. Иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем дауам итәсәк.

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хәбәр итеүенсә, йәрминкәлә инженер, оператор, участка мастеры, контролер, водитель, йөк тейәүсе, кран машинисы, мебель йыйыусы, слесарь-ремонтсы, токарь, тракторсы һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ профессиональ йүнәлеш, уҡыу, хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин буласаҡ.


Фото:


Вернуться назад