Калифорния кешеһе ҡылмаған енәйәт өсөн ғәйепһеҙгә 39 йыл ғүмерен төрмәлә үткәргән.
Ир етмеш йәштә иреккә сыға. Һуңлап булһа ла тәфтишселәр үҙ ғәйептәрен таный. Нахаҡҡа хөкөм ителгән иргә власть әһелдәре 21 миллион доллар аҡса түләйәсәк, тип хәбәр итә АВС News.