Шаҡ ҡатырыр яңылыҡ…25.02.2019
Бер нисә аҙнанан алты миллион өлкән кешенең тормош сифаты һиҙелерлек яҡшырасаҡ, тип хәбәр итә эксперттар. Хәтерегеҙҙәлер, ил Президенты үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә пенсияларҙы индексациялауҙа ебәрелгән ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өсөн хатаны төҙәтергә ҡушты.

Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов әйтеүенсә, һәр һигеҙенсе пенсионерҙың пенсияһын яңынан иҫәпләйәсәктәр. Эксперттар вәғәҙә ителгән үҙгәрештәр пенсия реформаһының негатив эҙемтәләрен бер ни тиклем йомшартасаҡ тип күҙаллай.

Йәнә бер хәбәр: социаль пенсиялар күләме 1 апрелдән ике процентҡа арттырыласаҡ. Әле закон проекты Хөкүмәттә ҡарала. Социаль пенсия бөтөнләй эшләмәгән йәки тулы стаж туплай алмаған граждандарға тәғәйенләнә.


Вернуться назад