Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә тигәнен әйтәйемме?24.02.2019
Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә тигәнен әйтәйемме?Тел ни өсөн тештең артында? "Аллаһ Тәғәләнең хикмәте был. Әгәр тел алда торһа, уйламай-итмәй теләһә ниндәй хәбәр һөйләр ине" тигән фекер һалынған дини китаптарға. Ғөмүмән, әҙәм балаһы һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш. Ошоға бәйле бер хикмәт тәҡдим итәбеҙ.

Бер кеше имам-хатип янына килә лә:

– Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? – ти, йыш-йыш тын алып.

– Туҡта, көтөп тор, – тип яуаплай мулла. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.

– Нисек?

– Беренсенән, был һүҙҙәрҙе дөрөҫлөк иләгенә һал. Миңә әйтергә теләгәнеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме?

– Юҡ. Ишеттем генә...

– Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-юҡмы икәнен белмәйһең. Хәҙер инде еткерергә теләгән һүҙҙәреңде изгелек иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме?

– Юҡ! Киреһенсә!..

– Тимәк, – тип һүҙҙе бүлгән имам-хатип. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсө – файҙа иләге. Миңә был хәбәрҙе мотлаҡ ишетеү кәрәкме? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме?

– Юҡ...

– Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә?


Вернуться назад