Йәш көйәрмәндәр матчҡа киләсәк24.02.2019
“Өфө” футбол клубы уйынсылары һәм республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова баш ҡаланың 1-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.

Футбол клубы мәктәбенең өлкән тренеры Сергей Томаров, “Өфө-2”нең һөжүм итеүсеһе Вячеслав Журавлев һәм голкипер Глеб Ефимов балалар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, шулай уҡ уларға туптар, фирмалы футболкалар бүләк итте.

Каринэ Хәбирова иһә ирекмәндәр менән берлектә балаларға байрам ойошторҙо. Тәрбиәләнеүселәрҙең береһенең тыуған көнө ине, ул ғүмерендәге был мөһим мәлде дуҫтары һәм ҡунаҡтар араһында үткәрҙе, ҡиммәтле бүләктәр алды.

“Тормошоңда барыһы ла яҡшы булыуын теләйем. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын”, – тип ҡотланы малайҙы Каринэ Хәбирова.

Балалар үҙҙәренең Өфө футболсылары көйәрмәндәре булыуын әйтте, командаға еңеүҙәр теләне, 3 мартта “Нефтсе” стадионында уҙасаҡ “Өфө – Динамо” матчына килергә вәғәҙә бирҙе.

“Йәш дуҫтарыбыҙ беҙҙе шатланып ҡабул итте. Уларға барыһы ла ҡыҙыҡ – күп һорау бирҙеләр. Беҙҙең футболсылар уйын буйынса бер нисә техник алым күрһәтте. Балаларға был киләсәктә ярҙам итәсәк, тип уйлайым. Мөмкинлек булғанда, ошондай сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ”, – тине Сергей Томаров.


Вернуться назад