Билалдарҙың йөҙ изге эше24.02.2019
Билалдарҙың йөҙ изге эшеБашҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Баймаҡтың Билал ауылында “100 изге эш” проекты тормошҡа ашырыла. Уны ойоштороусыларының береһе – урындағы китапхана мөдире Рәйхана Булатова.

Проектҡа ярашлы, төрлө йүнәлештәге изге ғәмәлдәрҙе атҡарыу бурысы ҡуйылған. Мәҫәлән, “Һәр кем уҡырға тейешле 100 башҡорт китабы”, ололарға, социаль йәһәттән ауыр хәлдәге ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгәндәргә ярҙам итеү, эскелеккә ҡаршы көрәш, милли матбуғатты таратыуҙа һәм алдырыуҙа ярҙам итеү һәм башҡалар.

Рәйхана Эдуард ҡыҙы әйтеүенсә, ауыл халҡы изге башланғысты дәррәү күтәреп алған. Урындағы мәктәп коллективы ла уҡыусылар менән берлектә был тәңгәлдә төрлө яҡшы ғәмәлдәр атҡарып өлгөргән. Тимур командаларының ололарға ярҙам күрһәтеүе, мәғариф ветерандарының хәлен белеү, китап уҡыу һ.б. – барыһын да ихлас атҡара балалар.

Күптән түгел ауыл әүҙемселәренән бер төркөм ауылындағы иң өлкән кеше Һауа Юламанованың хәлен барып белгән һәм инәйҙе 95 йәше менән ҡотлаған.

Тыл ветераны ире Фәйзулла Юламанов менән ете бала тәрбиәләп үҫтергән. Күкрәген миҙалдар биҙәй. Ауыл ағинәйенә тормоштоң күп ауырлыҡтарын күрергә, бала ҡайғыһын да күтәрергә тура килә. Әле Һауа Юламанова кинйә улы Сабир менән килене Зөлфирә янында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.


Вернуться назад