Балыҡсылар Бүкәй кисеүенә ниңә йыйылды?24.02.2019
Ҡыш балыҡ тоторға яратҡандар ял көндәрендә йылға-күл буйҙарынан ҡайтмай. Һыуыҡ, ҡар-буран тимәй, мәке уйып, шуның янында сәғәттәр буйы ултыра улар. Шөғөлөңә тоғролоҡ бына ниҙә күренә!

Баймаҡ районының Ҡолсора ауыл биләмәһендә йыл һайын Балыҡсылар көнөн үткәреү матур йолаға әйләнгән. Быйыл сара Ҡолсораның арҙаҡлы ир-уҙаманы, балыҡсы, һунарсы, йырсы һәм көрәшсе Исрафил Сыңғыҙов иҫтәлегенә бағышланды.

Биләмә башлығы Фирүзә Арғынбаева әйтеүенсә, ярыш Түбәнге Иҙрис эргәһендәге Бүкәй кисеүендә үткән. Сарала ҡатнашыу өсөн шулай уҡ күрше Темәс, Таһир, Һаҡмар ауылдарынан, Әбйәлил районы үҙәгенән килгәндәр.

– Был ярышты халыҡ шул ҡәҙәр көтөп ала, унда теләп ҡатнаша, – ти Фирүзә Иштуған ҡыҙы. – Быйыл беҙ балыҡ тотоу менән генә сикләнмәнек, ә ат сабышы, ҡул көрәше, футбол, саңғы ярыштары ла ойошторҙоҡ. Исрафил Сыңғыҙовтың Өфөлә табип булып эшләгән ейәне Илдар Хәмитовҡа, эшҡыуар Азат Ғафаровҡа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт!

“Иң шәп балыҡсы” исеменә Түбәнге Иҙристән Азамат Мусин лайыҡ булһа, Үрге Иҙристән Әхмәтхан Халиҡов “Иң оло балыҡсы” баһаһын алды. Саналы аттар ярышында Вәсил Ишбулатовҡа (Түбәнге Иҙрис) тиңләшеүсе табылманы, һыбай сабышыуҙа Ҡолсоранан Илнур Мөхәмәтйәнов иң алдан килде.


Вернуться назад